

Тормоштоң йәмен, ҡәҙерен белеп йәшәүсе Илшат ағайға, Зәйтүнә апайға һоҡланып та ҡуйырға була. Уларға Аллаһы Тәғәлә донъя көрсөгөн, мәшәҡәттәрен, ауырыу-сырхыуҙарын бергә-бергә еңеп сығырға ярҙам ҡулы һуҙалыр!
Быйылғы алтын көҙҙөң матур, сағыу көнөндә Зәйтүнә Ғәбиҙулла ҡыҙы үҙенең 70-се йәшен тултырҙы. Бала саҡтан эшкә егелеп үҫһә лә, тормоштоң ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, йәшәү көсөн лайыҡлы хеҙмәте менән баһалап, тормош иптәшенә һөйөүен, йылы ҡараштарын бүләк итеп, тәмле-татлы ризыҡтары менән һыйлауы уның уңған, егәрле булыуын дәлилләй.
Ошо көндәрҙә Илшат ағай ҙа үҙенең тыуған көнөн билдәләй, шулай уҡ уларҙың бер-береһенә ышаныслы, ныҡлы терәк булып йәшәүҙәренә лә 40 йыл тула - Рыҫҡоловтар ғаиләһе "Ҡыҙыл яҡут" туйҙарын билдәләйҙәр.
Рәзилә ЛАТИПОВА, Күмертау ҡалаһы.
Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды.