

Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, ижади һәләттәрен үҙаллы үҫтерә ул. Оҙон шиғырҙар ятлай, флейта, балалайка, гитарала уйнарға өйрәнә, Высоцкийҙың йырҙарын да йырлай.
- Минең ата-әсәйем сәхнәнән төшмәгән. Олатайым балалайка, гармунда шәп уйнаған. Миңә уларҙан килгәндер ҙә инде йыр-моңға ҡарата һөйөү. Ун йәшемдә балалайкала уйнарға өйрәндем, 14 йәшемдә ҡулыма гитара алдым. Сәхнәгә беренсе тапҡыр 12 йәшемдә сыҡтым. Флейтала «Сурок» әҫәренән пьесаны башҡарғайным, халыҡҡа оҡшаны. Һуңынан Үҙәк китапханаға һәр байрам һайын саҡыра башланылар. Шулай итеп, дуҫтарым да күбәйҙе. Күбеһе йырҙарымды яратып тыңлайҙар. Әлеге ваҡытта төрлө байрамдарға саҡыралар, ваҡытымды бушҡа үткәрмәйем.
Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы мөхтәсибе Айнур хәҙрәт Ҡәҙимов минең йырҙарымды яратып тыңлай...
Антон Лутченко тураһында материал тулы килеш кисәге һанда гәзиттә баҫылды.