Йәмғиәт
6 Декабрь 2022, 06:04

“Ил төкөрһә, күл була”

Үткән аҙнала Зәк-Ишмәт ауылында матур сара үтте.  

“Ил төкөрһә, күл була”“Ил төкөрһә, күл була”
“Ил төкөрһә, күл була”

Бик шәп концерт булды. Үҙебеҙ менән бергә мәктәп балалары ла биҙәне тамашаны. 6-сы класс уҡыусылары Ләйсән Йәлилова, Әлфизә Зәйнәғәбдинова, Залина Иҫәнчуриналар дәртле итеп бейенеләр, матур йырланылар. Ошо балаларға һәм дә уларҙы әҙерләгән уҡытыусылары Рәмзиә Зәйнәғәбдиноваға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Шулай уҡ уҡытыусы Гөлнара Хөсәйенова ла үҙенең моңло тауышы менән концертыбыҙҙы биҙәүе ҡыуандырҙы. Петр Капустиныбыҙ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә һәр концертта ла ихлас ҡатнаша, уны халыҡ күптән яратып өлгөрҙө һәм уның сығышып яратып тыңлайҙар.
Тик сараға халыҡтың аҙ килеүе күңелде әрнетте, бигерәк тә, үҙҙәренең арттарынан әйҙәп йөрөргә тейешле ауылыбыҙ уҡытыусыларының ошондай сараларға йөрөмәүе эсте бошорҙо. 

Рәмилә ӘКБӘРОВА, Зәк-Ишмәт ауылы

Хат тулы килеш гәзиттә йома һанында баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас