Былтыр йылға йомғаҡ яһаныҡ ("Юшатыр" күҙлегенән, йыл дауамында иң мөһим ваҡиғалар ниндәй булған), әле ҡарап ултырабыҙ (күңелдә, әлбиттә, һағыш та бар - бер йылға ҡартайҙыҡ), былтыр беҙҙе нимә шатландырған да нимә ҡайғыға һалған икән?
Юғалтыуҙар ҙа апаруҡ булған, табыштар ҙа юҡ түгел. Юлдар тип илағанбыҙ (илайһыларыбыҙ алда әле), бассейн тип та әрләшкәнбеҙ (уныһы һаман юҡ), һайлауҙар үткән, мәктәптәр, мәсеттәр асылған....
Кисә генә булған кеүек барыһы ла, бына тағын да ошоно уҡ эшләр мәл етте - йылға йомғаҡ яһау.
Быйыл да бөтәһе бар - ҡыйғыһы-шатлыҡтары, юғалтыу-табыштары. Хәйер, былар барыһы һәр саҡ ҡушарлап йөрөй.
Ғүмерем минең сәйер уйын булды,
Серле бер йәрәбә – тотоштан.
Алмаш-тилмәш килде таҡ менән йоп
Отолоуҙар менән отоштар.
Ғүмерем минең хәтәр уйын булды,
Серле бер йәрәбә – тоташтан.
Алмаш-тилмәш килде таҡ менән йоп,
Отолоуҙар менән отоштар.
"Юшатыр"ҙа яҡын көндәрҙә булыр - нимә тапҡанбыҙ, ә нимәнән ваз кискәнбеҙ.