Көйөргәҙе районындағы был ауылдың элек тә алама яҡтан даны сыҡҡаны юҡ ине, бынан ары иң өлгөлө ауылдарҙың береһе булыр, моғайын. Улар эскелеккә ҡаршы көрәшә. Кисә "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә улар ярыш ойошторған - скандинав таяғын, бер юлы шиғар яҙылған плакатты ла тотоп, ярышҡандар. Байрам, көн сатлама һыуыҡ булһа ла, шәп уҙған.
Беҙҙеңсә, тағы ла бер лозунг кәрәк инде бында: Таяҡҡа тотонайыҡ, шешәгә түгел.