Йәмғиәт
16 Декабрь 2022, 03:13

Тәжрибә уртаҡлашыу

Улар еңде, хәҙер еңел тын алып, башҡаларға өҫтән генә ҡарап ултырһалар ҙа була.

Тәжрибә уртаҡлашыуТәжрибә уртаҡлашыу
Тәжрибә уртаҡлашыу
Тик Яҡшымбәтме һуң тыныс ҡына ултыра торған ауыл. "Айыҡ ауыл"да лидерҙарҙың береһе булғас, бар донъя уларға һоҡланып ҡараны, хатта ҡайһы берҙәре көнләште - бирһә лә бирә икән кешегә. Бирмәй шул. Тик ултырһаң, бирмәй. Аҡыллыраҡтары яндарына һыйынышты: йә, өйрәтегеҙ, нисек итеп еңеп була? 
Кисә уларҙы, ҡыҫтап-ҡыҫтап, Күгәрсенгә саҡырғандар, Хоҙайбирҙе ауылына. Киткән шунда яҡшымбәттәр, улар эре халыҡ түгел, белгәнен өйрәтеп, ә ҡайһы бер ерҙәрен үҙҙәре лә өйрәнеп ҡайтҡан. Бик күңелле булған был осрашыу, Яҡшымбәт күстәнәстәр тейәп барһа, Хоҙайбирҙе ла буш ҡул менән ҡайтармаған күршеләрен.
Көйөргәҙеләр өлгөһөнә эйәрһәк, бәлки, еңербеҙ тигән ышанып ҡалған хоҙайбирҙеләр, еңһәк, мотлаҡ һеҙҙе тағын саҡырырбыҙ - бергәләшеп, әлегеләй, сәй эсербеҙ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас