Йәмғиәт
19 Декабря 2022, 04:29

Туҡмап үлтергән

Көйөргәҙе районында вахтовик ир ҡатынының ғүмерен ҡыйған.

Туҡмап үлтергәнТуҡмап үлтергән
Туҡмап үлтергән

Суд барышында ир үҙенең ғәйебен танымай, ул үҙ ғәйебен раҫлаған күрһәтмәләргә полицейскийҙар ҡул ҡуйырға мәжбүр итте, тип раҫлай.
Күмертау район-ара суды иргә хөкөм ҡарары сығарҙы, ул хәләл ефетенең һаулығына ауыр зыян килтереүҙә ғәйепләнә. Судта иҫбатланған тикшереү эштәре буйынса, ир үҙенең ҡатынын үлтергәнсе туҡмаған.
Көйөргәҙе районының бер ауылында вахта ысулы менән эшләгән ғаилә башлығы, быйыл май башында вахтанан ҡайтып, күрше-тирәгә, трактор менән ер һөрөп, көн күрә башлай. Ямғыр яуып, эштәр туҡталғас, улар ҡатыны менән бергә спиртлы эсемлектәр эсеүгә һалышып китәләр.
Ғаилә опека бүлегендә иҫәптә лә торған була, енәйәт ҡылыусы ир кире яҡтан ҡылыҡһырлана. Ауылдаштары һәм полиция хеҙмәткәрҙәре уны йыш ҡына иҫерек килеш күргән, иҫерек сағында ҡауға ҡуптарыуға ла әүәҫ булған. Фажиғә көнөндә лә, ир ҡатыны менән низағлаша һәм уны туҡмай, иҙәнгә хәлһеҙ йығылған ҡатындың башына 4 тапҡыр һуға. Суд-медицина эксперттары асыҡлауынса, һөҙөмтәлә, ҡатындың мейеһенә ҡан һауған һәм ул шул сәбәпле вафат булған.
Судта ғәйепләнеүсе, таныу күрһәтмәләренә, аяҡтарын һындырырға янап һәм өлкән улын төрмәгә ултыртабыҙ тип ҡурҡытып, полиция хеҙмәткәрҙәре ҡул ҡуйырға мәжбүр иттеләр, тип раҫлай. Судта был һүҙҙәр раҫланмаған. Һәләк булған ҡатындың әсәһе һәм уның беренсе никахтан тыуған улы, ғәйепләнеүсе үҙе лә, ҡатын үҙе йығылып башы менән дивандың мөйөшөнә бәрелгән һәм шул сәбәпле вафат булған, тип раҫлай. Эксперттар был фаразды ла кире ҡаға һәм ғәйепләнеүсене суд ҡарары буйынса һигеҙ йылға ҡаты режимлы колонияға оҙата.

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас