

Әйтер һүҙем ҡалды,
Бер мәлде барыһы
Юғалды, юғалды...
Ошо йыр (ә улар, яуға киткән егеттәр йырлағаны, күп булды: "Башҡорттар китте һуғышҡа", "Һай, Уралым") ниңәлер халыҡтың йөрәгенә ныҡ хуш килде, күңелдәрҙең, ысынлап та, шундай мәле - яралы, шуғалыр. Йыл йомғаҡтары тигәндә, "Быйыл нимә эшләнек әле?" тигән һорауға яуап эҙләгәндә, тәү сиратта мейегә ошо ваҡиға килә: махсус хәрби операция. Февраль аҙағынан бирле күңелдәр яралы. Башҡа мәшәҡәттәр ситкә шылды, суҡынһын юлдары (улары беҙҙә ҡот осҡос), сәсрәп китһен башҡа бәләләре (төҙөлөп бөтә белмәгән бассейн, стадион), оло ҡайғы кеселәрен ҡыҫырыҡлап сығарҙы.
Йыл дауамында (февраль аҙағынан) күҙҙәр телевизор, интернеттан айырылманы, берәй арыу хәбәр булмаҫмы? Зыҡ ҡубып, гуманитар ярҙам йыйҙыҡ, нәски, тәмәке, ашамлыҡтар ғына түгел, һуғыш кәрәк-яраҡтарына тиклем. Йыйҙыҡ та фотоларға төштөк: бына был ағай бал, газ баллоны, көрәк, апай - ҡаҡланған ит алып килгән, бабай буржуй мейес яһаған, инәй ойоҡтар бәйләгән...
Һарытау, Пенза юлдарын тапаныҡ - ошо бүләктәрҙе алып барырға. Кемдер, егеттәрҙең туғандары, үҙҙәре лә барып, яндарында ҡуна ятып ҡайтты.
Иң ауыры малайҙарҙы оҙатыу булды. Бер нисә тапҡыр алып киттеләр уларҙы. "Юшатыр" уларҙың һәр береһендә булды (хатта бер ваҡыт төндә алып киттеләр), шуға әйтә алабыҙ: 1941 йылға кире ҡайтҡандай булдыҡ. Әйткәндәй, мобилизация ла беҙҙең илдә һуңғы тапҡыр тап ошо йылда булған һәм бына тағын. Илаған балаларҙы күреүе иң ҡыйын ине...
Егеттәрҙең ҡайһы берҙәре ҡайтты. Кемеһеләр отпускыға, кемеһендер, өс балаң бар тип, ҡайтарҙылар. Кемдеңдер кәүҙәһе генә ҡайтты. Ерләнек. Аҙаҡ таҡтаташтар ҡуйҙыҡ. Матәм митингылары үткәрҙек. Телмәр тоттоҡ. Бер-беребеҙгә ҡарамаҫҡа тырыштыҡ, хатта ҡул биреп күрешкәндә лә ошолайыраҡ булды - күҙҙәр ситкә төбәлде. Улар йәшле ине. Уның башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Күңел бит яралы.
....Яңы йыл теләктәре. Әле ошо теләктәрҙе әйтер мәл етте. Элек айфон, йылы яҡҡа отпуск һымаҡ экзотик бүләктәр һораһаҡ, хәҙер теләктәр ҙә үҙгәрҙе. Ҡыш бабайға бер генә үтенес: туҡтат. Күңелдәрҙе бөтәйт.