

Заманында Радик ағай колхозда комбайында ла, К700-та ла алдынғылыҡты бирмәй, намыҫлы эшләне. Хатта уға районыбыҙҙа тәүгеләрҙән булып Дон комбайнын биргәндәрен яҡшы иҫләйем, беҙ ауылдың барлыҡ бала-сағалары йыйылышып, иҫебеҙ китеп ошо комбайынды уратып йөрөгән инек. Ә Таңһылыу апай ғүмере буйы фермала эшләне, һауынсы ла булды, ҡымыҙ етештереүҙә лә уңыштарға өлгәште, уның ҡымыҙын һорап, килеп алалар ине. Өлгөлө ғаилә өс балаға ғүмер бүләк итеп, ике ҡыҙын бер улдарын лайыҡлы тәрбиәләп, оло юлға баҫтырҙылар. Бөгөнгө көн дә лә матур итеп донъя көтәләр, уларҙың йорттары шул тиклем йәмле, үҙенә әйҙәп тора. Беҙ, район хакимиәте башлығы, ауыл биләмәһе башлығы, Радик ағайҙы 80 йәшлек юбилейы менән ҡотларға тип барҙыҡ. Улар ысын күңелдән, ҡыуанышып, беҙҙе мул табындар ҡороп, матур итеп ҡаршы алдылар. Күңелдәре тулышып, ҡаушап киттеләр...
Материал тулы килеш гәзиттә йыл аҙағында баҫылды.