Йәмғиәт
8 Ғинуар 2023, 07:51

Маҡтап бөтөрлөк түгел

Ҡунаҡтар Абдуллиндар ғаиләһен маҡтап туя алманы.

Маҡтап бөтөрлөк түгелМаҡтап бөтөрлөк түгел
Маҡтап бөтөрлөк түгел

- Яңы йыл байрамдары алдынан, балаларыбыҙҙы онотмай, беҙҙе ҙурлап килеп, кескәйҙәребеҙҙе бүләктәр менән шатландырғандары өсөн район хакимиәтенә һәм уның башлығы Юлай Талха улына ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ, яңы йылда эштәрегеҙҙә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләп, Алла бирһә, икенсе йылға ла көтөп ҡалабыҙ. Ата-әсәләр өсөн, иң ҙур бәхет үҙ балаларыңдың йөҙөндә ҡыуаныс, шатлыҡ күреү, шуға күрә был көндә беҙ уларға ҡарап шатлыҡ хистәре кисерҙек, киләсәктә лә үҫтергән емештәребеҙҙең ҡыуаныстарын ғына татып йәшәргә булһын. Уҙып барған йылға ҡарап, йомғаҡ яһағанда, 2022 йыл беҙҙең ғаилә өсөн бик уңышлы, мул килде. Өр-яңы өйөбөҙҙөң төҙөлөш эштәрен тулыһынса тамамлап, өй туйланыҡ. Ҙур ҡыуанысыбыҙға тағы бер көтөлмәгән бәхет өҫтәлде, бишенсегә бәпес көткәнебеҙҙе белдек, иптәшем Юныс шул шатлығынан миңә машина бүләк иттте...

Материал йыл аҙағында гәзиттә тулы килеш баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас