Йәмғиәт
10 Ғинуар 2023, 05:14

Йәшлеккә кире ҡайттыҡ

Әлфиә ӘМИРОВА, Күмертау колледжын 1985 йылда тамамлаған: 

Йәшлеккә кире ҡайттыҡЙәшлеккә кире ҡайттыҡ
Йәшлеккә кире ҡайттыҡ

- 8-се класты тамамлағас та, 1982 йылда Күмертау педагогия колледжына уҡырға керҙем. Был һөнәргә юл күрһәтеүсем, Таймаҫ ауыл мәктәбендә физик тәрбиә биреүсе уҡытыусым Мәҙинә Солтангәрәева булды. Төркөмөбөҙҙә 25 студент булдыҡ, класс етәксебеҙ Александр Генадьевич Пронин булды. Беҙҙең төркөм шуныһы менән ныҡ айырылып торҙо, беҙ барыбыҙ ҙа башҡорт һәм татар милләтенән инек, бер сыуаш малайы һәм ике марий ҡыҙы булды. Төркөмөбөҙ ныҡ татыу, дуҫ булды, һәр ерҙә лә бергә йөрөнөк, субботниктарҙа әүҙем ҡатнашып, уҡыуҙа беребеҙ артта ҡалһа күмәкләп ярҙам иттек. Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡан егеттәр ҙә беҙҙең менән уҡыны, улар беҙҙе гел ҡурсалап, һаҡлап, яҡлап йөрөттөләр. Уҡытыусыларыбыҙ бик етди, талапсан булдылар, төплө белем бирҙеләр. Мин еңел атлетика буйынса төркөмдә уҡыным. Тренировкалар ваҡытында Ҡансыра ер-аҫты газ һаҡлау станцияһына тиклем йүгерә инек, шулай уҡ Шәбағыш, Маяҡ ауылдарына ла барып етә инек, шул тиклем ҙур дистанцияларҙы йүгереп үттек, бер ҙә зарланманыҡ. Үҙебеҙ теләп барған уҡыу йортонда уҡыу осоронан, бер генә лә зарланырлыҡ мәл хәтерҙә ҡалмаған. Ошонда уҡығанда үҙемә яҡын дуҫтар таптым, бөгөнгө көндә лә улар менән аралашып, ҡатышып йәшәйбеҙ. Зөһрә исемле Баймаҡ ҡыҙы һәм Рузалия исемле Күгәрсен районы ҡыҙы менән бик дуҫ булдыҡ. Айырып ҡына әйтеүе лә уңайһыҙ, сөнки беҙ барыбыҙ ҙа ныҡ яҡын дуҫтар булдыҡ. Әле лә ҡунаҡтарға йөрөшәбеҙ, Мораҙымға барып осраштыҡ...

Материал үткән йыл аҙағында гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас