Йәмғиәт
16 Ғинуар 2023, 05:08

Барыбер яҡын

Ҡаҙаҡ далаларын иңләп, кем йөрөй? 

Барыбер яҡынБарыбер яҡын
Барыбер яҡын
Күмертау эшҡыуары Юлай Сәғитов.  Теге көн генә Татарстандамын ти ине, бына әле ҡаҙаҡ дуҫтарҙың бишбармағын ашап йөрөп ята. Юҡ, һуғыштан ҡасып китмәгән ул, донъяуи мәшәҡәттәр сәфәргә саҡырған.  
Йөрөмәй булмай, бер урында ҡатып, тик ултырһа, эше бармаҫ ине (йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә).
Ҡаҙағстан Юлайҙы һәйбәт ҡаршы алған, ҡом бураны ғына аҙыраҡ аптыратҡан (ә беҙ бында ҡар һыуығына шоҡорайып ултырабыҙ), ә ҡалғаны ҡәҙимгәсә: шул уҡ кешеләр, телдәр яҡын, мәҙәниәт яҡын. Үҙең яҡшы булғанғалыр, юлда ла гел яҡшылары ғына осрап тора. 
Ҡунаҡта һәйбәт, ә өйҙә тағы ла яҡшыраҡ тигән ише, Башҡортостанды эшҡыуар шул арала барыбер һағынған, ҡарға батып ултырһа ла, юлдары ҡот осҡос насар булһа ла, Күмертау барыбер яҡыныраҡ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас