Йәмғиәт
17 Ғинуар 2023, 07:02

Ваҡыт бушҡа үтмәгән

Яңы йыл каникулдары көндәрендә, шөкөр, янғын йәһәтенән, ҡурҡыныс хәлдәр булманы.

Ваҡыт бушҡа үтмәгәнВаҡыт бушҡа үтмәгән
Ваҡыт бушҡа үтмәгән

Күмертауҙа бер фатир (матрас янған, ҙур ҡаза юҡ), бер һарай, бер мунса янған. Ермолаевола ла бер янғын булған - газ ҡаҙаны төтәгән. Ялдар, сағыштырмаса, тыныс булғанғалырмы, Күмертау янғын һүндереүселәре эш сәғәттәрен бик шәп үткәргән: ишек алдарына Яңы йыл символы - Ҡуянды яһап ултыртҡан. Бик ирмәк килеп сыҡҡан, янғын һүндереүселәр кеше ғүмере, мөлкәтте ҡотҡарыуҙа ғына түгел, ҡул эштәрен лә маһир икән.
Ваҡыттарығыҙ, пожарниктар, гел шулай ғына, күңел асып, үтһә ине.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас