Күптәргә таныш урам, бындағы бер йорт бигерәк таныш - арзан ғына хаҡҡа араҡы һаталар тиҙәр. Был тирәлә, юҡ-юҡта, таныш-белеш тә осрай, ҡултыҡ аҫтына нимәлер ҡыҫтырған, күрмәмеш булып, тиҙ генә үтеп китәләр. Йә булмаһа, машина менән килеп туҡтайҙар: оптом алырға ине - бесән мәле, тиҙәр.
...Ауылдарҙа "Айыҡ ауыл" тип зыҡ ҡупҡан ваҡыт, конкурста еңге килә, аҡса алғы килә. Шуға ҡыланмаған ҡылыҡтары ҡалмай, ул концерт, ул башҡа сара, тауыҡ салһалар ҙа Айыҡ ауыл тип салдыҡ тиҙәр. Ысынында, был бәйгелә ҡатнашыуы хәҙер еңелерәк: эскән кеше аҙайҙы, йә үлеп бөттө, йә кодироваться итте, йә ситкә сығып китте - ауылда араҡы ғына түгел, бергә ултырып, сәй эсерлек тә кеше ҡалмай башланы.
Был Урау урамынан кәсеп итер өсөн дә араҡы алып ҡайталар, хаҡы арзан, ә алып ҡайтһаң, ул әллә күпмегә арттырып һатыла. Бер әрһеҙе кеше үлгән мәлде аңдып тороп, машинаһына шешеләр тейәй ҙә, зыярат тапҡырына килеп ултыра икән - мәрхүмде араҡы менән иҫкә алығыҙ, хәйер аҡсағыҙҙы, давай, бында.
Кәнистергә тултырып та һата, ауылда эскән бер-ике кеше (бүтән юҡ), бының постоянный клиенттары. Ирене иренгә йәбешеп, хәбәрен дә һөйләй алмай, карауаттан саҡ тороп килгән кешене был әҙәм шулай итеп тә яфалай икән: тупһаһында зар-интизар булып, ялбарыулы ҡарап торған алдында, яйлап, кәнистрен сығара, тышҡа алып сыға, шунан, һауытын иңкәйтеп, араҡыны ағыҙып, ҡулдарын йыуа - коронавирус, йәнәһе. Ҡасан һала инде тип торған байғош, быны күреп, һушынан яҙыр хәлгә етә, һәр тамсыһы ҡәҙерле зәм-зәмде ниңә улай әрәм итә икән был алйот?
Материал гәзиттә баҫыла.
Фотола: Урау юлы урамындағы эсмәҫкә саҡырған плакат.