Йөҙөндәге һәр нөктә, бынау һаҡалы, ә күҙҙәре... Һыйпап-һыйпап ҡуя ҡатын, тыны битенә килеп бәрелә, баштары әйләнеп китә. Ғүмер буйы бына ошолай торорҙар ҙа торорҙар ине.
Көйөргәҙе һалдаттары, ялдарҙан һуң, кире киттеләр. Ҡайтығыҙ, егеттәр, ғәзиздәрегеҙҙең һеҙҙе яратыр, тынығыҙҙан баштары әйләнер мәлдәре лә тиҙерәк кире ҡайтһын. Һөйөү дауам итһен.