Йәмғиәт
1 Февраль 2023, 07:05

"Айыҡ ҡала"

Был конурста, ысынбарлыҡта, бар ауыл биләмәләре ҡатнаша.

"Айыҡ ҡала""Айыҡ ҡала"
"Айыҡ ҡала"

«Беҙ эсмәйбеҙ» тигәнде бөтөн ғаләмгә мөмкин тиклем нығыраҡ күрһәтергә кәрәк, шул саҡта, еңдең тип, аҡса бирәләр. Күрһәтеү нимәнән ғибарәт: фотоларға ни тиклем матур төшәһең, шул тиклем шәберәк булаһың. Әлбиттә, быныһынан тыш, башҡа документтары ла кәрәк, күпме халыҡ йәшәй, эшҡыуарҙары күпме һ.б. Ҡулдан килгәнсә, матурыраҡ күренер өсөн барыһы ла эшләнә, ауылдан-ауылға жюри йөрөй, тамаша ҡарай, ашап-эсә (“ҡалай оҫта бешерәһегеҙ икән, афарин, тағы ла яһа әле берәй сынаяҡ сәйеңде”) һәм, әлбиттә, фотоға төшә. Әлеге замандың шәп эшләгәнеңдең күрһәткесе – фотолар. Ҡырҙан килгән әҙәм был ауыл - айыҡ ауыл икәнен күрһәтеп торһон өсөн (ҡайҙа килгәнеңде белеп кил) кергән ергә ҙур итеп плакат та эләләр. Быныһынан тыш та плакаттар яһала: был рәсем алдында тороп фотоға төшөү – мөҡәддәс бурыс. Бала тыуып, уны ҡотларға килһәләр ҙә ошо рәсем фоны, һарыҡ һуйып ашаһалар ҙа ошо һүрәт мотлаҡ булырға тейеш – белһендәр, күрһендәр, беҙ – Айыҡ ауыл.
...Күмертауҙа ла, баҡһаң, тора бындай һүрәт (фотола). Уңып, таушалып бөткән. Береһе лә, уның янына килеп, фотоға төшмәй. «Айыҡ ҡала» булғылары килмәйме икән ни?

Материал тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас