

- “Айыҡ ауыл – 2022” конкурсында ҡатнашып 2-се урынға сығыуыбыҙ менән ҡәнәғәтбеҙ, сөнки беренселекте алған Кинйәабыҙ ауылында беҙҙең ғорурлығыбыҙ булған Кинйә Арыҫланов музейы бар. Ә бәйгелә ҡатнашҡан осорҙа беҙ күп саралар үткәрҙек. Ауыл биләмәбеҙҙә Һабантуй, ҡаҙ өмәһе йолаһы, район күләмендәге Тамъян ырыуының йыйылышы ла беҙҙең ауылды үтте һәм башҡа бик күп саралар ошо бәйгегә арналып ойошторолдо. Ҡуйған спектакелебеҙ ҙә конкурс темаһын тулыһынса асып һалды. Ауыл биләмәһе менән мәҙәниәт йортобоҙ берҙәм эшләгәнгә лә эштәребеҙ һәр саҡ уңышлы бара.
“Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашабыҙ тигәс ауыл халҡынан: “Хәҙер беҙҙә спиртлы эсемлектәр һатылмаясаҡмы?” тигән һорауҙар ҙа булды...
Барлыҡ башланғыстарҙа ла ауылыбыҙ башлығы Рөстәм Вахитовтың тырышлығы ҙур. Ул һәр ваҡыт беҙгә ышаныс белдереп, дәртләндереп тора. “Беҙ кемдән кәм? Ҡыҙҙар, булдырабыҙ!
Материал тулы килеш гәзиттә үткән һанда баҫылды.