Все новости
Йәмғиәт
17 Февраля 2023, 13:42

Ҡасҡан бесәй

Бик ныҡлап тотонған былар.

Ҡасҡан бесәй
Ҡасҡан бесәй
Сараны хатта Регион-ара тип атағандар, күршеләр - Ырымбур өлкәһе Түбәнге Гөмбәт ауылы кешеләре лә килгән. Уларҙан тыш Федоровка районы Юлдаш, Күгәрсен районы Бикбулат ауылы халҡы ла балҡып йөрөп ята. Байрам, шулай итеп, киң ҡолас алды ла ҡуйҙы. Кинйә-Абыҙ ауылында фестиваль бара. Ҡышҡы һабантуй тиһәң дә була, уҡтан да аталар, туп та бәрәләр - "Айыҡ ауыл" конкурсында еңәм тиһәң, нимә генә эшләмәҫһең.
- Айыҡ тигән һүҙ плакаттарҙа ғына ҡалмаһын ине, -тине Көйөргәҙе районы башлығы Юлай Ильясов, ул яңы ғына Донбасс яҡтарында, машинаның руле артына үҙе ултырып йөрөп ҡайтты, шулай ҙа йөҙө йонсоу күренмәй.
- Еңергә булһын, -Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, район Советы рәйесе Фәнит Моратбаҡыев та кинйәләрҙе ҡеүәтләне, - Яҡут ауылы урын алды, Яҡшымбәт тә алды, сират - һеҙҙә. 
Яҡут менән Яҡшымбәт, әйткәндәй, буш ҡулдарын һелтәп килмәгән, ауыл башлыҡтары Асҡар Кинжәлиев менән Юнир Сынбулатов береһе торт тотҡан, икенсеһе - бәлеш. Янда ғына ҡаҙан ҡайнап ултыра, үткән-һүткәндә, үҙең дә һиҙмәҫтән, танау шул яҡҡа борола, унда һарыҡ бешә. 
...Конкурста еңеүе еңел түгел, айыҡтар күп хәҙер, шуға ниндәйҙер эксклюзив алым уйлап табырға кәрәк, башҡаларҙан айырылып тороу өсөн. Бында ла шулайтҡандар: бер бесәйҙе табып, уға кейем кейҙергәндәр, янында эт тә булған, ул да кейемдә. кейемдәргә Айыҡ ауыл тип яҙылған булған. Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, ошо эксклюзив боҙолдо ла ҡуйҙы, килеп сыҡманы: бесәй әллә ҡайҙа ҡасҡан, этте лә елдәр иҫкән. Улар, әҙәм балаһының ҡымыҙ эсеп, уҡ атып, фотоларға төшөп йөрөгәнен көтөп торамы ни, аңыралар, үҙ юлы менән киткән дә барғандар. Ярар, исмаһам, өшөмәҫтәр... 
Материал тулыһынса киләһе һанда баҫыла.  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: