

- Дөйөм алғанда, сара оҡшаны. Был саранан бик яҡшы кәйеф, күтәренке хис-тойғолар алдыҡ! Кинйә Абыҙ халҡы берҙәм, дуҫ, бер-береһенә терәк икәнен күрҙек.
Мәргән уҡсы, бүрәнә тартыш уйындарында ҡатнаштыҡ. Миңә уҡ атыу уйынында 2-се урын алыу бәхете тейҙе. Шулай уҡ сараға тормош иптәшем, Зөһрә Юлдашбаева ла, килгәйне. Ул Көйөргәҙе районы Яңы юл ауылынан. Үҙенең таныштарын осратты...
Айыҡ ауыл сараһынан репортаж гәзиттә баҫылды.