Дүрт көн - бик оҙон һымаҡ, кемдер, бәлки, толҡа таба алмай аҙапланалыр (эш тип үлеп барғандар). Ял итә белеү ҙә талант, ысынында. Кемдер, иркенләп, ҡунаҡта ла ултыра белмәй, ашап туйҙымы, ҡайтам ти башлай. Йәки донъяһын онотоп, бейергә ҡулынан килмәй, оялыу, бейей белмәүҙә түгел сәбәп, тәбиғәте менән шулай кеше - ял итә белмәй.
Зәк-Ишмәт халҡы, был йәһәттән, оҫта. Үҙ күңелен үҙе күрә белә. Клубтарында елле итеп дискотека ойошторғандар. Тәндәре яҙылып, күңелдәре күтәрелеп киткән.