

"Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһы". 2019 йылдың авгусынан республиканың ҡала-райондарында «Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһы» проекты тормошҡа ашырыла. Проект етәксеһе - Каринэ Хәбирова, үҙе лә бик сибәр һәм бәхетле ҡатын тип әйтер инек. Бына, насип булғас, ошо бәхетте Күмертау ҡыҙҙарына ла өләшмәксе.
Бөгөнгө сара бик киң ҡоласлы, һәммәһе 15 майҙансыҡ эшләйәсәк, ҡатындар өсөн йәндәре теләгәне бар - барыһы ла уларҙы бәхетле итеүгә йүнәтелгән - һаулыҡ, матурлыҡ, матурлыҡтың эскеһенә лә, тышҡыһына ла иғтибар биреләсәк.