

Күмертауҙа бөгөн "Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһы" исемле ҙур сара бара.
Көнө, етмәһә, туҙынып-туҙына, бирле ҡатынға оҡшап, исмаһам, бөгөн, ошо байрам көнө, яғымлыраҡ булһа була ине.
...Ә төптән уйлап ҡарағанда, ҡайҙа, нимәлә ул ҡатын бәхете? Фыртланып кейенеп, биҙәнеп-төҙәнеп йөрөүҙә, туҡ йәшәүҙәме? Юҡ, әлбиттә. Был ерҙә айырып әйтергә кәрәк: йәш ҡыҙ бәхете була (һәйбәт ышаныслы егет табыу, мәҫәлән), Әсә бәхете була. Иң мөһиме - Әсәләр бәхетелер ул. Буранлы насар көндәр тиҙерәк үтеп, йылы яҙҙар килһә ине. Улдар ҡайтһа ине.