Кәрәкле һүҙҙәрҙе әйтмәнегеҙ. Һис юғы, әрләргә булған. Елкәһенә тынығыҙҙы өрөп ултыраһығыҙ ҙа баһа - ишетер ине, бәлки, аңлар ҙа ине. Анау сама ерҙән килеп, команданың еңелгәнен күреп, ни йөрәк менән кире ҡайтмаҡ кәрәк?
Бер ямандың - бер яҡшыһы, ярар, хет Кинйә-Абыҙҙың айыҡ ауыл икәнен күрҙеләр. В. Козлов ҡына түгел, трибунала ултырған Р. Хәбиров та иғтибар иткәндер. Былар ғәләмәт халыҡ икән тигәндер, призлы урынды улар мотлаҡ алырға тейеш.