

- Был проект бик юғары кимәлдә ойошторолған. Сараға килгән һәр бер ҡатын-ҡыҙ үҙен тағы ла бәхетлерәк тойоуға иреште. Кемдер һаулығын тикшертте, кемдер өр-яңы образдар эшләтеп ҡыуанды, алҡа, муйынсалар алып та үҙен биҙәне. Был байрамда беҙ үҙебеҙҙең “Семәр оҫталыҡ” студияһы оҫтабикәләренең ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторҙоҡ. Шулай уҡ Башҡорт ғаиләһе көнө менән тап килеүгә әсәйем Фәрзәнә Хөсәйен ҡыҙын да байрамға саҡырҙым һәм бергәләп ҡунаҡтарға оҫталыҡ серҙәре менән бүлештек. Үҙ ҡулдарыбыҙ менән эшләгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәре байрамға милли сағыш өҫтәне. Проект авторы Каринэ Хәбироваға иҫтәлеккә милли брошка бүләк итеп ҡыуандырҙыҡ.
Материал тулы килеш бөгөн гәзиттә баҫылды.