

Улдарыбыҙҙы милләттәрен, телдәрен белһендәр, рухлы булһындар тип тәрбиәләйбеҙ. Шуға күрә башҡорт милли уйындарынан, уҡ атыштарҙан һәм башҡа ошоға оҡшаш рух нығытҡан сараларҙан ситтә ҡалмаҫҡа тырышабыҙ. Ғаиләбеҙ менән республиканың төрлө төбәктәрендә ирҙәр ҡоро тарафынан ойошторолған милли уйындарҙа ҡатнашҡанда, гел башҡа район, ҡалалар әүҙем икәнен, ҡатнашыусыларының күплеген күреп уңайһыҙланып ҡуям, сөнки яҡташтарҙы бындай сараларҙа бик һирәк осратам. Был түңәрәкте асыуға беренсенән ошо күренеш этәрһә, икенсе яҡтан ярыштарға әҙерләнгәндә, махсус бина таба алмай йонсоноҡ, уҡтарҙың хаҡы арзандан түгел, саф һауала шөғөлләнгәндә улар төрлө яҡҡа осоп, юғалып беҙҙең кеҫәгә һуға ине. Алдан уҡ атыу түңәрәге асыу теләген гимназия директоры Шайморат Азамат улына тәҡдим иттем, ул был идеяны күтәреп алды, яңыраҡ гимназияға Дәүләт думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров килгәндә, уға ла ошо тәҡдимебеҙҙе еткерҙек, ул да беҙҙе хупланы.
Материал тулы килеш гәзиттә баҫылды.