Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Март 2023, 13:37

Хайуан тип әйтеп ҡара...

Кинйә-Абыҙ ауылы быйыл Айыҡ ауыл конкурсында ҡатнаша.

Хайуан тип әйтеп ҡара...
Хайуан тип әйтеп ҡара...
Бәйгелә еңергә кәрәк, ауылға аҡса кәрәк, шунлыҡтан бар көс ошо конкурста лайыҡлы итеп ҡатнашыуға йүнәлтелгән. 
Көйөргәҙеләр теге көн Салауат Юлаев уйынына ла барып ҡайттылар, Айыҡ ауыл тигән плакат тотоп, баш тренер В. Козловтың артына уҡ менеп баҫтылар. Йәл, команда еңелде. Ә шулай ҙа барыуҙары бушҡа булмағандыр, телевизор аша барлыҡ халыҡ күрҙе, республика башлығы ла уйында ине, ул да абайлағандыр. 
... Кинйә-Абыҙҙың, ятһа ла, торһа ла, әле бер мәшәҡәте: ярышта еңеү. Был изге эштә ауыл халҡы ғына түгел, йорт хайуандары ла әүҙем ҡатнаша. Аңра тип ҡара һин уларға, мәхлүктәр ҙә яҡшы аңлай: эсһәң шарап - тормошоң харап. 
Автор:
Читайте нас