Ябай ғына булманы был уҙыш - яуҙа йөрөгән егеттәр хөрмәтенә уҙғарылды. Свобода ауылы биләмәһенә ҡараған 4 ауыл машиналары, теҙелеп, пипелдәтеп үтте. Ауыл башлығы ике ҡуяндың ҡойроғон тотто: бер яҡтан, егеттәр хөрмәтенә тип үткәрҙе был сараны, йәнә лә бер мөһим ваҡиғаны ла онотманы - Кинйә-Абыҙ ауылы быйыл "Айыҡ ауыл" бәйгеһендә ҡатнаша, автомобилдәр, был күренешкә хайран булып торған халыҡҡа, ошо хаҡта ла белгертте.
Уҙыштың аҙағы район үҙәгендә тамамланды - машиналар буш килмәгәйне, салон, багажник тулы аҙыҡ-түлек, яуҙағы егеттәргә мөһим башҡа кәрәк-яраҡтар менән тулы ине.