Йәмғиәт
21 Март 2023, 11:22

Шиғыр көсө - һөйөү көсө

Бына һиңә, көтмәгәндә!

Шиғыр көсө - һөйөү көсөШиғыр көсө - һөйөү көсө
Шиғыр көсө - һөйөү көсө

Яҙҙың матур көнөндә бындай сара булыуын белмәй, һемәйеп ҡала яҙҙыҡ. Рима Арыҫлановаға рәхмәт, ул шылтыратып хәбәр итмәһә, аҙаҡ терһәк тешлә лә ултыр булыр ине.
РПЛИ-ға ҡунаҡтар килгән. Ҡунаҡтың да ниндәй - "Йәшлек" гәзите, үҙенең олпат юбилейын үткәреп йөрөй икән. 100 йәш! Гәзит яңы проект асып ебәргән. Остаз йылына бағышлап, баҫма биттәрендә уҡытыусы-шағирҙарҙың әҫәрҙәрен баҫа икән. Бындай бәхет иң беренсе булып беҙгә тәтегән. Күмертау һәм Көйөргәҙе әҙиптәренең шиғырҙарын тәү булып баҫҡандар. Һәм бына, улар барыһы ла бында - йәшлектәр һәм беҙҙең шағирҙар.
Бөгөн Шиғриәт көнө бит, шиғырҙар күп уҡылды, йырҙар йырланды, телмәр һөйләнде.
- Элек РАНОла беҙ 4 кеше ултыра инек,- тип ностальгияға бирелде Закир Әҡбәров, - мин - начальник һәм йәнә өсәү. Әле РАНОла нисә кеше ултыра? Иҫ-аҡыл етмәй бит. Уҡытыусы ирҙәр юҡ, кругом матриархат. Тәрбиә эшендә ир-уҡытыусының роле ҙур.
Темаһына тап килтереп, мәҫәлен уҡып ишеттерҙе. Шағирҙар шулай була, ЕР шары ярылһа, был ярылыу уның йөрәге аша үтә, тиҙәр. Закир ағаның йөрәген әле бына нимә яра икән.

Ҡалғандар ҙа үҙҙәре менән таныштырҙы, шиғырҙарын һөйләнеләр.
Бер фекер, бер яҙмыш тигәндәй, бер-береһен, ғүмерҙә күрешкәндәре булмаһа ла, танып белделәр. Шағирә Фирүзә Абдуллина Рәмилә Ҡужакованы күргәс тә шулай тине: һеҙҙе тәү тапҡыр күрһәм дә, күптән беләм, шиғырҙарығыҙ матур (эстән генә: үҙе лә хәтәр сибәр тип өҫтәп ҡуйылды). Сканвордтар оҫтаһы Илдар Ғәбитов, тағы бер шағирә Гөлнур Ҡыуатова, гәзиттең редакторы Артур Дәүләтбәков.

Беҙҙең яҡтан да таланттары бер ҙә кәм түгел әһелдәр ултыра: Рәмилә Ҡужакова, Рима Арыҫланова, Руша Сотланғолова, Хәлиҙә Алтынбаева, Рима Ибраһимова, Закир Әҡбәров, Гөлназ Искәндәрова, Йәүҙәт Усманов, Йәмил Рафиҡов, Ринат Хәйбуллин. 
Беҙ фәҡиргә лә һүҙ бирҙеләр: ҡулға тотоп уҡыр шиғырыбыҙ юҡ. Әммә уны яҙған бар. Кеше белмәһә ни. Кемгәлер үләләр яҙып ғашиҡ булдыңмы... шиғыр яҙыла. Уны үҙе генә уҡый ҙа бөттө, йәмәғәт күрмәй. Әммә шундай хис тыуа, әйтерһең, һин шундай шиғыр яҙғанһың, бөтәһенең иҫе киткән дә һиңә донъялағы иң елле әҙәби премия биреп ташлағандар. Ана нисек була ул: Шиғыр көсө - һөйөү көсө. 
Бик күңелле булды осрашыу, танһыҡтар, бәлки, ҡанып бөтмәгәндер, әммә...
Рима Фәттәхетдин ҡыҙы дөрөҫ әйтте, сараны ошолай йомғаҡлап ҡуйҙы: шиғри күңелле булып ҡалайыҡ.
Шулай булһын, һөйәйек, һөйөләйек, шиғырҙар яҙмаһаҡ та, шиғри күңелле булып ҡалайыҡ - яратып йәшәйек. 
Автор:
Читайте нас