Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель 2023, 11:21

Шиғриәт байрамы

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музейҙа Бөтә донъя шиғриәт көнөнә арналған күркәм сара уҙҙы.

Шиғриәт байрамы
Шиғриәт байрамы

Беҙҙең уҡыусылар юбиляр шағирҙар Әнғәм Атнабаев, Назар Нәжми, Зәйнәп Биишева, Илдар Юзеевтарҙың шиғырҙарын оҫта итеп башҡарҙылар. 7-се класс уҡыусылары Биғәнәков Фәнүр, Таңатарова Алһыу, Әбдиева Карина, Мәҡсүтов Руслан, Ғәлиева Әдилә, Абукаева Руфина, 6-сы кластан Шәмсетдинова Динә, Әбдрәшитов Алмаз үҙҙәренең ижад емештәре менән дә таныштырҙылар. Уларҙың әтей, әней, тыуған ауыл, яҙ кеүек темаларға яҙған шиғырҙары күңелдәргә хуш килде. Үҙ сиратымда, мин дә балаларға тыныслыҡ тураһындағы шиғырымды уҡып ишеттерҙем.
Кисәлә башҡа яҡташ шағирҙар тураһында ла һөйләштек. Ауылыбыҙҙың музейында 8 йыл буйы директор булып торған, бөгөнгө көндә Ҡазан шәһәрендә Татарстандың Дәүләт милли музейында өлкән хеҙмәткәр булып эшләп йөрөүсе Лилиә Хисаметдинова ижад иткән “Бала саҡ” йырын да тыңланыҡ...

Эльфира ВӘЛИЕВА,
Яңы Мораптал урта мәктәбенең татар теле уҡытыусыһы

Хат тулыһынса гәзиттә баҫылды. 

Бына Яңы Мораптал мәктәбе уҡыусылары ижады:

Мәңге йәшәһен ауылым
Тыуған ауылым – Мораптал,
Йырҙарҙа ул йырланған.
Ауылымдың сал тарихы
Китаптарға яҙылған.
Шаулап аҡҡан Юшатырым –
Ғасырҙарҙың ауазы.
Сәскә аткан болондарым –
Күңелемдең яҙҙары.
Ошо ерҙә тамырҙарым,
Ата-бабалар йорто.
Мәңге йәшәһен ауылым,
Китмәһен уның ҡото.

Мәҡсүтов Руслан, 7 класс уҡыусыһы

Тыуған яғыма
Яратам мин, тыуған яғым,
Сәскәле ҡырҙарыңды.
Киң даланы иңләп аҡҡан
Саф һыулы йылғаларҙы.
Һәм тағын да яратамын
Күккә ашҡан тауҙарҙы.
Уңдырышлы тупрағыңда
Үҫкән һәр бер башаҡты.
Һағынып ҡайтам, ситкә китһәм,
Ауылым урамдарын.
Хеҙмәт һөйгән халҡымды һәм
Уның моңло йырҙарын.

Ғалиева Әдилә, 7 класс уҡыусыһы


Яҙ килде
Бында инде яҙ ҙа килде,
Ҡарҙар эрей башланы.
Йылғаларҙа боҙ ҡуҙғала,
Тауҙар тунын ташланы.
Урамдарҙа гөрләүектәр
Гөрләй-гөрләй ағалар.
Ә балалар тышта уйнай,
Яҙға бик шатланалар.
Тиҙҙән ҡоштар ҙа ҡайтырҙар,
Йәм өҫтәп тыуған ергә.
Матур яҙҙар менән бергә
Шатлыҡтар килһен беҙгә.

Таңатарова Алһыу, 7 класс уҡыусыһы

Әнейем
Әнейем минең бик сибәр,
Йөҙө ҡояштай көлә.
Йылмайғанда күҙҙәреңдән
Яҡты нурҙар бөркөлә.
Әнейемде бик яратам,
Берҙән берем ул минең.
Һәр саҡ шулай шат сырайлы
Булып ҡал һин, әнейем.

Абдиева Карина, 7 класс уҡыусыһы

Татыу ғаилә
Әтей менән әней беҙҙе
Бик яратып үҫтерә.
Балам тиеп, үҫкәнем тип,
Гел һөйөп кенә тора.
Ағай менән беҙ уларға
Ярҙам итеп үҫәбеҙ.
Ҡай сағында икәүләшеп
Пыр туҙышып китәбеҙ.
Шуҡлыҡтарҙы әтей-әней
Аңлай белә, кисерә.
Дуҫ йәшәргә кәрәклеген
Иҫкә төшөрөп тора.
Әбей менән бабайым да
Беҙҙе бик яраталар.
Һәр саҡ оныҡтар килгәнде
Көтөп торалар алар.
Ҡарт бабайым да шатланып
Ҡарап ултыра беҙгә.
Шулай татыу ғаилә булып
Йәшәйбеҙ бергә-бергә.

Алмаз Әбдрәшитов, 6 класс

Бөтһөн һуғыш
Һәр кем көтәҙер бит бөгөн
Һуғыштарҙың бөтөүен.
Ерҙә тыныслыҡ урынлашып,
Еңеү көнө килеүен.
Күпме ғүмерҙәр өҙөлә,
Йәтим ҡала балалар.
Туҡтаһын тиҙерәк һуғыштар,
Иҫән ҡайтһын һалдаттар.

Динә Шәмсетдинова, 6 класс

Автор:
Читайте нас