Все новости
Йәмғиәт
30 Ноября , 16:18

Уны “Дикий” тип йөрөтәләр

Үҙ теләге менән 30 йәшендә ил һаҡларға юллана

Уны “Дикий” тип йөрөтәләр
Уны “Дикий” тип йөрөтәләр

Контракт буйынса махсус хәрби операцияға юлланған тыныс, баҫалҡы характерлы Көйөргәҙе районы егетенә позывнойҙы аҙ һөйләп, яҡындағыларын күберәк тыңлағаны, кешеләрҙең холҡон төшөнгәс кенә уларға асылғанына ҡарап биргәндәр.“Он такой же татарин как мы, только немного дикий”, - тип тә шаярта икән татар батальоны яуҙаштары.

Алдан армияла Волгоград ҡалаһында хеҙмәт иткән, шофер һөнәрен үҙләштергән егет “Искра” хужалығында электрик булараҡ хеҙмәт юлын башлай. Аҙаҡ донъя күреп Мәскәү яҡтарында ла эшләп ҡайта, Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында эшҡыуарлыҡта үҙен һынап ҡарай. Атаһы менән кәңәшләшеп, риза булғас, махсус хәрби операцияға барырға ниәт итә. Башта штурмлаусылар биргадаһында алғы һыҙыҡта яуҙа йөрөгән егет хәҙер “осоусы ҡош” - дрон менән идара итә.

“Ватанды һаҡлаусылар” фонды социаль координаторы Анастасия Николаева -шул тиклем асыҡ йөҙлө, кешенең хәлен аңлай белгән белгес. Бер аҙ түләүҙәр менән аңлашылмаусанлыҡ тыуғас, социаль координатор тиҙ арала юрист, суд приставтарын саҡырып, асыҡлыҡ индерҙе. Уның ярҙамында йәмәғәтем Миңниса Ғариф ҡыҙы менән “Асы” санаторийына барып ял итеп ҡайттыҡ. Дауаханала ятып һаулыҡты нығытҡанда ла ярҙамын тойҙоҡ. Анастасия Сергеевнаның иптәше лә лә махсус хәрби операцияла, донъялар тынысланып, уландарҙың имен-аман яуҙан әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ”, - ти Сәлим Сәлихов.

Таулы-урманлы, саф һауалы тәбиғәтле санаторийҙа Сәлиховтарға бик оҡшаған. Иғтибарлы табиптарҙың, башҡортса һөйләшеп ҡаршы алып, медперсоналдың яҡшы хеҙмәтләндереүе күңелдәренә ял биргән. “Автостоянка ла буш булды. Һаҡсы егеттәр машиналарҙы поста торған һымаҡ һаҡланы. Ошондай сараларҙы ойошторған ил, республика, етәкселегенә, “Ватанды һаҡлаусылар” фондына ҙур рәхмәтемде белдерәм”, - ти ғаилә башлығы. Ысынлап та, яуҙа йөрөгәндәр ҙә ғаиләһе, ата-әсәһе өсөн борсолмай, яҡындары өсөн күңелдәре тыныс икән, азатлыҡ өсөн көрәш тә тиҙерәк тамамланыр.

Автор:
Читайте нас: