Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ғинуар , 15:29

Халыҡ тағы ла нығыраҡ берләшә

- Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышында уҙғарылған Мөрәжәғәтнамәһендәге төп тема Махсус хәрби операцияға бәйле булды.

Халыҡ тағы ла нығыраҡ берләшә
Халыҡ тағы ла нығыраҡ берләшә

Унда йөрөгән егеттәрҙе, уларҙың ғаиләләрен ярҙамдан айырмайыҡ, Еңеү өсөн бергәләп тырышайыҡ, тигән һүҙҙәре менән тулыһынса ризалашам. Яуҙа йөрөгән егеттәребеҙгә нимә кәрәклеген белешеп, уларға ҡулыбыҙҙан килгәнсе ярҙам итергә тырышырға кәрәклеген хуплайым. Махсус хәрби операция башланғаны бирле мин шәхси эшҡыуар булараҡ егеттәребеҙгә ярҙам итеп торам, кемгәлер шәхсән ярҙам ебәрәбеҙ, ҡайҙалыр ярҙам итеү фондына ҡушылабыҙ. Махсус хәрби операцияла йөрөгәндәрҙең ғаиләләрен дә оноторға ярамай, яңғыҙ әсәйҙәргә, хәрбиҙәрҙең балаларына, ҡатындарына ҡулыбыҙҙан килгәнсе ярҙам итеп торабыҙ. Бындай мөрәжәғәтнамәләр бик кәрәктер тип уйлайым, сөнки тап шундай сараларҙын һуң, халыҡ тағы ла әүҙемләшә һәм берләшә.

Юлай Сәғитов, Көйөргәҙе районы Советы депутаты

Автор:
Читайте нас