"Йыл һайын беҙ яҙҙың беренсе көнөндә Стәрлетамаҡта осрашабыҙ, сәбәбе бик изге - был ҡалаға Башҡортостандың иң шәп ғаиләләре йыйыла. "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" асыҡ республика конкурсында еңеүселәрҙе билдәләү бик ауыр булды", - тине Эльвира Айытҡолова.
Барлығы был мәртәбәле конкурста республикала һәм унан ситтә йәшәгән дә 99 ғаилә ҡатнашҡан. Ошо йөҙгә яҡын конкурсант араһынан беҙҙең Акиловтар - Данил, Регина һәм уларҙың береһенән береһе матур өс ҡыҙы "Ғаилә традициялары" номинацияһында икенсе урынды яуланы! Ҡотлайбыҙ!