Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Март , 15:55

Мөхәббәт һәм бәхет тулы байрам

Яҡут мәҙәниәт йортонда Башҡорт ғаилә көнөнә арналған “Матур ғаилә – ил ҡото” тигән сара уҙғарылды.

Мөхәббәт һәм бәхет тулы байрам
Мөхәббәт һәм бәхет тулы байрам

Яҙҙың тәүге көнө беҙҙе матур байрам — Башҡорт ғаиләһе көнө менән ҡаршылай. Ғаилә — ул йорт, ата-әсәй, яҡын кешеләр. Ул — дөйөм хәстәрлек, терәк һәм таяныс. Ғәилә — ул мөхәббәт һәм бәхет.
Яҡут ауылында йәш ғаиләләр көндәлек мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып ял кисәһенә йыйылды. Яҡут мәҙәниәт йортонда Башҡорт ғаилә көнөнә арналған “Матур ғаилә – ил ҡото” тигән сара уҙғарылды. Сарала һәр ғәилә, ғаилә байрамдары, ҡыҙыҡлы мәлдәре тураһында һөйләне, төрлө уйындар, йыр бейеүҙәр менән аралаш барған кисә тәмле сәй табыны менән тамамланды.
Һәр ғаиләне байрам менән ҡотлайбыҙ, ел- дауылдар һеҙҙе урап үтһен, татыулыҡта һәм именлектә йәшәргә насип итһен!
Иманлы, ырыҫлы, мөхәббәтле булһын ғаиләләр! Байрам менән барығыҙҙы ла!

Автор:
Читайте нас