Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Март , 12:05

Стәрлетамаҡта - Ғаилә байрамы

1 мартта республикабыҙҙа Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә

Стәрлетамаҡта - Ғаилә байрамы
Стәрлетамаҡта - Ғаилә байрамы

Ошо уңайҙан Стәрлетамаҡ ҡалаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт ғаиләһе йылын рәсми асыу һәм “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантаналары бара. Унда “Башҡорт ғаиләһе йылында Башҡорт халҡы үҫеше стратегияһының өҫтөнлөклө йүнәлештәре” тигән темаға киң фекер алышыу бара. Мәртәбәле сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы, Башҡарма комитеты, Аҡһаҡалдар ҡоро ағзалары, республиканың район-ҡалаларындағы башҡорт ҡоролтайҙары рәйестәре, әүҙемселәре, 2021 – 2025 йылдарҙа “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсында еңгәндәр ҡатнаша. Улар араһында беҙҙекеләр ҙә бар. Көйөргәҙе районынан һәм Күмертау ҡалаһынан барған вәкилдәребеҙгә уңыштар теләп, иҫән -һау йөрөп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Автор:
Читайте нас