Күп балалы Байғаҙаҡовтар ғаиләһе “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2026” конкурсының «Күп балалы башҡорт ғаиләһе» номинацияһында 2-се урынға лайыҡ булды. Татыу һәм бәхетле Байғаҙаҡовтар ғаиләһенең девизы - “Ғаилә мөхәббәт һәм илһам сығанағы”.
Был күп балалы ғаиләнең бәхет сере шунда: улар һәр ғаилә ағзаһына һөйөү һәм ихтирам менән ҡарайҙар. Уларҙың татыу ғаиләһендә быуындан-быуынға ғаилә ҡиммәттәре һәм йолалары тапшырыла килә: туған башҡорт теленә һөйөү, изгелек, әҙәплелек, эшһөйәрлек, илһөйәрлек.
Бына инде 17 йылдан ашыу Байғаҙаҡовтарҙың мөхәббәт тарихы күптәрҙе һоҡландыра. Эльвира менән Филүз 2006 йылда таныша. Бөгөнгө көндә бәхетле ғаиләлә дүрт бала лайыҡлы тәрбиә алып, ҡыуаныс-шатлыҡтарға, бәхет, мөхәббәткә төрөнөп йөшөй. Өс йәшлек улдары өс апаһының йыуанысы, шатлығы. Байғаҙаҡовтарҙың татыу ғаиләһенә генә хас булған үҙ йолалары, һәүәҫкәрлектәре бар. Улар ғаилә менән бергә сәйәхәт итергә, тәбиғәт ҡосағында ял итергә, балыҡ тоторға, коньки, сана, саңғы шыуырға ярата. Ғаиләлә һәр кемдең үҙ эше, үҙ хоббиһы бар. Ғаиләнең гүзәл заттары аш-һыуға, ҡул эштәренә оҫта. Балаларҙың өлөсәһе Рәйсә Кәбир ҡыҙы Шәрипова әүҙем тормош алып барыуҙың өлгөһө булып тора, ул йәмәғәт эштәрендә һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Уның тыумыштан эшһөйәр булыуы, тәжрибәгә байлығы, тәрән аҡылы арҡаһында ғаиләлә һәр ваҡыт үҙ-ара аңлашыу, дуҫлыҡ һәм изгелек атмосфераһы хакимлыҡ итә.
Байғаҙаҡовтарҙың күп балалы ғаиләһе ҡалабыҙ башҡорттары ҡоролтайы ойошторған төрлө конкурс, ярыш, сараларында әүҙем ҡатнаша. Беҙ уларҙы конкурста еңеү яулайҙары менән ихлас ҡотлайбыҙ, артабан да бергә-бергә эшләргә, яңынан-яңы еңеүҙәр яуларға теләйбеҙ.