Все новости

ҺӘР ҠАЙҘА ЛА ӨЛГӨРӘ

Социаль хеҙмәткәрҙәр көнөндә Ялсыҡай ауылында оло йәштәгеләрҙе ҡараусы, үҙ эшен яратып, дәртләнеп башҡарыусы Эльвира Флүр ҡыҙы Аҡсурина тураһында йылы һүҙҙәремде яҙмаҡсымын.

Социаль хеҙмәткәрҙәр көнөндә Ялсыҡай ауылында оло йәштәгеләрҙе ҡараусы, үҙ эшен яратып, дәртләнеп башҡарыусы Эльвира Флүр ҡыҙы Аҡсурина тураһында йылы һүҙҙәремде яҙмаҡсымын.

Флүр менән Флүрә Клявлиндар ғаиләһендә Эльвира икенсе бала булып донъяға килә. 1998 йылда Ялсыҡай урта мәктәбен тамамлай. Шул уҡ йылда Зәки Нәжип улы Аҡсуринға тормошҡа сыға. Йәштәр тыуған ауылдарында матур итеп донъя көтөп китә. Бер-бер артлы биш сабыйға ғүмер бирәләр. Хәҙер балалары, атай-әсәйенең ҡул араһына кереп, өйҙәге эштәрҙә ярҙам итешәләр. Ҙур ҡыҙы Күмертау педагогия колледжында белем алһа, улдары Таймаҫ урта мәктәбендә уҡый. Иң кескәйҙәре Динислам балалар баҡсаһына йөрөй. Ялсыҡайҙа эш булмағас, тормош иптәше ҡырҙа эшләй. Эльвира донъяһын да көтә, ауылдағы оло йәштәгеләрҙе лә күңелен һалып ҡарай. Уның араһында бәйләмгә оҫта, төрлө уйынсыҡтар бәйләй. Ҡыҫҡаһы, һәр ҡайҙа ла өлгөрә.

Эльвира ҡараған оло йәштәгеләр араһында инвалидтар бар. Минең тормош иптәшем дә икенсе төркөм инвалид, беҙ ҙә иҫәптә торабыҙ. Яңыраҡ дауаханала ятҡайным, ҡайтыуыма Эльвира һылыу донъябыҙҙы йыйыштырып, йыуып киткән. Ошонан да уның үҙ һөнәрен яратып, намыҫ менән башҡарғанын күреп була. Беҙ, Ялсыҡай ауылының оло йәштәге кешеләре, Эльвира Флүр ҡыҙын бөтмөрлөгө, уңғанлығы өсөн хөрмәт итәбеҙ, уны һөнәри байрамы менән ҡотлап, яратҡан эшендә уңыштар теләйбеҙ.

Рәүзилә МӘЗИТОВА

Ялсыҡай ауылы

Читайте нас: