Юшатыр
-12 °С
Облачно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
14 Июня 2018, 11:06
АҪЫЛ ҺӨЙӘКТӘР НӘҪЕЛЕНӘН
«Юшатыр» гәзитендә күрше өлкәләге күрше райондың күрше ауылы Аллабирҙенән Сания Сәйет ҡыҙы Кузбаеваның мәҡәләләре баҫылып сыға башлағас, мин бик ныҡ шатландым, тыуған яғымдан миңә сәләмдәр килеп торған төҫлө тойола. Сөнки тыумышым менән шул уҡ райондың Мәҡсүт ауылынанмын.
«Юшатыр» гәзитендә күрше өлкәләге күрше райондың күрше ауылы Аллабирҙенән Сания Сәйет ҡыҙы Кузбаеваның мәҡәләләре баҫылып сыға башлағас, мин бик ныҡ шатландым, тыуған яғымдан миңә сәләмдәр килеп торған төҫлө тойола. Сөнки тыумышым менән шул уҡ райондың Мәҡсүт ауылынанмын.
Сания
һылыу, һин бит
Юшатыр
буйы ҡыҙы. Беҙҙең йылғабыҙ – Юшатыр. Ул йылға, бәләкәй генә булһа ла,
Оло Юшатырға
ҡушылып диңгеҙгә тиклем китә, башҡа йылғаларға ҡушыла-ҡушыла үҙенә юл яра.
Аллабирҙе ауылы заманында бик дан тотҡан ауыл булған. Минең
Нәғимә
инәйем бар ине, ул –
Һөйөндөковтар
нәҫеле ҡыҙы. Һөйөндөктәр – аҫыл һөйәктәр, тип кенә ебәрә торған ине. Сания һылыуҙың да ҡыҙ фамилияһы – Һөйөндөкова. Сания һылыу, һин дә бит аҫыл һөйәктәр затынан. Үҙеңдән халыҡ хәтерендә яҡшы эҙҙәр ҡалһын, үҙеңдең милләтеңде үҫтереүгә тамсы ғына ла өлөш индерһәң, тамсынан күләүек, күләүектән күл булыр.
Аллабирҙелә һуғыш ваҡытында һәм унан һуң уҡытҡан бына тигән уҡытыусылар бар ине. Һин һәм һинең коллегаларың — ауылдаштарығыҙҙың изге традицияларын дауам иттереүселәрһегеҙ. Шул ауылдаш уҡытыусыларығыҙ бөтә көсөн мәктәпкә биреп йәшәне. Хәбибйән Баянов бабайым, биология һәм башҡорт теле уҡытыусыһы, мәктәптең баҡсаһында ниндәй генә ағастар тәрбиәләп үҫтермәне.
Мөхтәр Түләков
абый ғүмер буйы директор булды.
Ғәфүр Кузбаев
абый 4 йыл буйы беҙҙең класты етәкләне.
Мансур Ураҡсин
абзый һәм
Гәүһәр
еңгәбеҙ,
Ғәмбәрә Шәмсетдинова
апа,
Зөлҡәрнәй
Иҙрисов
ағай көслө уҡытыусылар булды. Шуға күрә Аллабирҙе ауылынан сыҡҡан билдәле, арҙаҡлы шәхестәр бик күп.
Зиннур Ғәзиз
улы Ураҡсин
— академик, уны барығыҙ ҙа беләһегеҙҙер, тием. Башҡорт теле ғилемен үҫтереүгә күп көс һалған
Кәрим Ғайса улы Ишбаев
ағай… Шул традиция юғалмаһын ине. Минең ҡәҙерле яҡташтарым, артабан да шулай туған телебеҙҙе һөйөгөҙ һәм үҫтерегеҙ.
Яҡшымбәт
мәҙәниәт йорто бик көслө эшләй, улар менән элемтә тотоғоҙ. Концерттар менән килегеҙ һәм уларҙы үҙегеҙгә саҡырығыҙ. Сания һылыу, һиндә инде бар өмөт.
Зифа ИБРАҺИМОВА
Ҡотлоюл ауылы
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?