18 августа Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Гөльямал Мөхәрәм ҡыҙы Мәҡсүтованың тыуған көнө. Уға 85 йәш була.
Ҡәҙерле кешебеҙҙең бала сағы, үҫмер йылдары Көйөргәҙе районының Ҡунаҡбай ауылында үтә. Улар ғаиләһендә 10 бала үҫә. Мөхәрәм һәм Сәғиҙә Ноғомановтар балаларын тырыш та, егәрле лә итеп тәрбиәләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, аталарын хеҙмәт фронтына алалар. Был ваҡытта әсәйебеҙгә 8 йәш кенә була. Бәләкәймен, тип тормай: ул да Бөйөк Еңеү көнөнә үҙ өлөшөн индерә. Әсәләре һәм өс апаһы менән баҫыуға утауға йөрөй, картуф киптерә, һалдаттар өсөн ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләй. Кескәй ҡустыларын ҡараша, баҡса үҫтерешә, бөтә йорт мәшәҡәттәре лә күберәк уларға, ҡыҙҙарға, төшә, сөнки әсәләре колхоз эшенән бушамай. Әсәйебеҙгә күрше Молокан ауыл мәктәбенә йөрөп, 4-се класты тамамлағас, артабан уҡыу бәхете теймәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, әсәйебеҙ - бик аҡыллы, алдынғы ҡарашлы кеше. Ул Ермолаево ауылына йөрөп, Ҡунаҡбай халҡына гәзит-журналдар ташый. Почтальон булып эшләй. Молокан ауыл фермаһында һыйыр ҙа һауа.
1956 йылда атайыбыҙ, Яҡшымбәт ауылы егете Әхмәҙи Мәҡсүтовҡа тормошҡа сыға. 62 йыл шул ауылда иңгә-иң терәшеп донъя көтәләр. Атайыбыҙ менән әсәйебеҙ ике ул, өс ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, яҡшы тәрбиә бирҙеләр. Атайыбыҙ ғүмер буйы фермала малсы булды, әсәйебеҙ һыйыр ҙа һауҙы, 3-әр гектар сөгөлдөр ҙә утаны, көҙөн уны таҙартып, ҡул менән мшиналарға тейәп, шәкәр заводына тапшырҙы. Беҙ, балалар, был эштә әүҙем ҡатнаштыҡ. Сөгөлдөр эшләү ҡар яуғансы дауам итә торғайны. Сөгөлдөр тейәп алып китеүсе машиналар бик аҙ булғанлыҡтан, атайыбыҙҙың оло юлға сығып машиналар көтөүен, ҡайһы берҙә шоферҙарҙы өйгә алып ҡайтып ҡундырыуҙарын, ҡара төндә өлкәндәрҙең сөгөлдөр тейәп өйгә ҡайтыуҙарын әле лә хәтерләйбеҙ. Әсәйебеҙ - бик уңған, егәрле, тырыш кеше. Уның ҡулынан килмәгән эш юҡ. Кейем дә тегә, шәлдәр ҙә бәйләй, аш-һыуға ла бик оҫта.
Әле лә бауырһаҡтарын бешереп, беҙҙе ҡунаҡ итә. Баҡсала йәшелсәләр үҫтерә. «Үҙ ҡулдарың менән үҫтергән ризыҡҡа ни етә», - ти әсәйебеҙ. Өй тирәһендәге, баҡсалағы сәскәләр тирә-яғыбыҙҙы йәмләй. Үҙҙәренә уҡыу бәхете теймәһә лә, әсәйебеҙ менән атайыбыҙ беҙгә, балаларына, белем алыуға ҙур ярҙам итте. Беҙ техникумдарҙы, юғары уҡыу йорттарын тамамланыҡ. Ғаиләбеҙ күпләп гәзит-журналдар алдырҙы, ауыл китапханаһына йөрөп, китаптар алып ҡайтып уҡыныҡ. Атайыбыҙ 85 йәше тулғансы китаптар уҡыны. Улар әле лә «Юшатыр» гәзитен алдыра.
Әсәйебеҙ бала ҡайғыларын күрҙе, ләкин ҡайғыларға бирешеп бөгөлмәне, барыһын да сабыр ғына үткәрҙе. Әлеге көндә балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәләренә терәк булып, аҡыллы кәңәштәрен биреп, доғалар уҡып, бөтәбеҙгә лә бар яҡлап үрнәк булып, атайыбыҙ менән матур тормош көтәләр. Уларҙы ауылдаштары ла, туғандары ла, күрше-күлән дә бик хөрмәт итә.