Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
21 Сентября 2018, 12:11

ҮКЕНЕРЛЕК ТҮГЕЛ ҮТКӘНДӘР

Түбәнге Бабалар ауылындағы Һиҙиәт Ғайса улы менән Зифа Ғәйзулла ҡыҙы Ғәлимовтарҙың бергә тормош ҡороуҙарына быйыл 60 йыл булды.

Түбәнге Бабалар ауылындағы Һиҙиәт Ғайса улы менән Зифа Ғәйзулла ҡыҙы Ғәлимовтарҙың бергә тормош ҡороуҙарына быйыл 60 йыл булды. Аллаһы Тәғәлә уларҙы оҙон ғүмер менән генә түгел, бәхетле ҡартлыҡ менән дә бүләкләгән. Бөгөн биш балаһы, уларҙың ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре өсөн һөйөнөп, һәр тыуған таңға шөкөрана ҡылып йәшәй ауылдаштарыбыҙ.
Ғүмер көҙөнөң матур байрамында хәтирәләргә бирелеп тә алғылай Ғәлимовтар. Бала саҡтарындағы ҡәһәрле һуғыш йылдары күҙ алдарына килеп баҫа. Бар халыҡ күргән тормош әсе-сөсөһөн Зифа еңгә менән Һиҙиәт абзый ҙа баштарынан кисереп үҫә. Икеһе осрашҡан бәхетле саҡтарын да йыш ҡына бергәләп һағынып иҫкә алырға яраталар. Үткәндәрен уйлай башланылармы - ғүмер юлдары бер сылбырға теҙелеп, күңелдәрендә яңыра.
Зифа Ғәйзулла ҡыҙының 1958 йылда Көйөргәҙе ауылынан Түбәнге Бабаларға, Ғәлимовтар йортона, килен булып төшкәнен иҫкә алып ултыралар.
«Әнәйем, иртә тор, әбейеңә хеҙмәт ит, хөрмәт күрһәт, тип әйтеп ебәрҙе.
Иртән иртүк аҡ сигелгән алъяпҡысымды кейҙем. Күрше ҡыҙы Фәймә һыу юлы күрһәтергә һыуға алып барҙы. Юлда осрағандар, аҡ килен, аҡ килен, тип иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет теләп ҡалдылар. Шул изге теләктәре ҡабул булғандыр, моғайын. Аллаға шөкөр, дүрт ул, бер ҡыҙ үҫтереп, һәр береһенә туйҙар үткәреп, матур тәрбиә биреп, тормош юлдарына баҫтырҙыҡ», - ти хужабикә.
Ике улы: Урал менән Мөнир Түбәнге Бабаларҙа тыуған ауылдарының киләсәге булып матур донъя көтәләр. Ҡыҙҙары Зилә Төйлөгәндә ике ҡыҙ үҫтереп, өләсәй инде хәҙер. Тағы ике улы: Мәзит менән Ғамир Ырымбур ҡалаһында донъя көтәләр.
Һиҙиәт абзый 42 йыл буйына алһыҙ-ялһыҙ механизатор булып эшләне. Бер үҙенә - ике техника: «Беларус»тан төшһә, комбайнға ултырҙы. Зифа пенсияға сыҡҡансы һауынсы булып эшләне. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ауылда шәхси хужалыҡтарҙан һөт йыйҙы. Зифа еңгәбеҙ уңған, йомарт, ҡунаҡсыл, ихлас асыҡ йөҙлө, кәңәш һорап килгәндәргә бик урынлы кәңәштәрен дә бирә. Хужа ла, хужабикә лә әллә күпме Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнделәр. Ошо көндә лә улар һарай тултырып ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫырай. Ишек алдары шау гөл-сәскәгә күмелеп ултыра, ниндәй генә төр сәскәләр юҡ та, баҡсаларында үҫмәгән ниндәй генә еләк-емеш юҡ! Шулай уңған, егәрле ул беҙҙең Зифа еңгәбеҙ менән Һиҙиәт абзыйыбыҙ.
Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, бер шатлыҡты ике итеп йәшәйҙәр. Уларға районыбыҙ ағинәйҙәре исеменән иҫәнлек-һаулыҡ, бәрәкәтле оҙон ғүмер теләйбеҙ, бәхетле-тәүфиҡлы ҡартлыҡ, балаларының ҡыуаныстарын күреп, терәк, кәңәшсе булып йәшәргә насип итһен.
Читайте нас: