Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
9 Октября 2018, 12:35

УНДАЙ КЕШЕЛӘР БИК ҺИРӘК!

Рәмилә Фәрит ҡыҙы Абдрахманова алтын көҙ миҙгелендә үҙенең 60 йәшлек матур юбилейын ҡаршы ала.

Рәмилә Фәрит ҡыҙы Абдрахманова алтын көҙ миҙгелендә үҙенең 60 йәшлек матур юбилейын ҡаршы ала. Ул Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылында Фәрит ағай һәм Хәмдиә апай Бикмаевтарҙың биш балаһы араһында 3-сө бала булып донъяға ауаз һала.


Аҡыллы, сабыр ҡыҙ Яҡшымбәт урта мәктәбен яҡшы билдәләргә тамамлап, тегенсегә уҡып, 1981 йылда Күмертау машина эшләү заводында ошо һөнәр буйынса эш башлай. Мин Рәмилә апай менән тап шул заводтың дөйөм ятағында осраштым да инде. Беҙ 4 ҡыҙ — Яҡшымбәттән Рәмилә һәм Зөләйхә Искәндәровалар, Ҡуяндан Рәйлә һәм Яҡут ауылы ҡыҙы мин — Фәүриә, бер бүлмәлә татыу итеп йәшәп алып киттек.

Ике йылдан артыҡ ошо заводта эшләп, 1983 йылда бөтәбеҙ ҙә үҙ парҙарын табып, кейәүгә сығып, төрлө яҡтарға таралыштыҡ. Шул саҡтарҙы гел һағынып иҫкә алам. Рәмилә апай тәмле итеп бәрәңге ҡыҙҙырып беҙҙе гел һыйлай торғайны. Улар Гәрәй ағай менән гөрләтеп туй үткәреп, Күмертауҙа төпләнделәр. 1984 йылда улдары Фаил донъяға килде. Декрет ялынан һуң Рәмилә апай ҡаланың икмәк комбинатына эшкә бара. Бында ла һынатмай ул, тырышып хеҙмәт итә, күп кенә Почет грамоталары менән бүләкләнә. Шулай ҙа Рәмилә апай өсөн иң ҡәҙерлеһе — Министрлыҡтан алған Маҡтау ҡағыҙы була. Ата-әсәһен дә онотмайҙар улар, гел генә ҡайтып ярҙам итеп торалар. Гөрләтеп, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап донъя көтөп ятҡанда, Рәмилә апай менән Гәрәй ағайға ауыр һынауҙарҙы ла үтергә тура килә. Бер бөртөк улдары 2007 йылда Свердловск өлкәһенә хеҙмәт итергә юллана. Хеҙмәтен тултырып ҡайтырға ла күп ҡалмай, имәндәй егет фажиғәле һәләк була. Был ауыр ҡайғыны ғаилә бик ауыр кисерә. Сабыр, оло йөрәкле Гәрәй ағай Рәмилә апайҙың гел эргәһендә оло терәге була.

Рәмилә апай пенсияға шул икмәк комбинатынан китә. Тормош иптәшен юғалтҡас, атаһы Фәрит ағайға бик ауырға тура килә, һаулығы ла ҡаҡшай. Шуға ла, улар кәңәшләшеп, күп уйлап та тормай, атаһын ҡарарға тип, Яҡшымбәткә күсеп ҡайталар. Атаһы ҡыуанып бөтә алмай. «Минең Рәмилә ҡыҙым — балаларым араһында иң сабыры, яғымлыһы. Кейәүем менән өрмәгән ергә ултыртмайҙар, бешергән ризыҡтары тәмле, ашап туйғыһыҙ. Рәхмәтемдән башҡа бер һүҙем юҡ», - ти ул. Туғандары менән дә бик татыу йәшәйҙәр. Бер туған ҡустыһы Рафиҡтың ҡатыны Рәүилә бына ниндәй һүҙҙәр еткерә: «Ер йөҙөндә шундай алсаҡ, ярҙамсыл, кешелекле кешене күргәнем юҡ. Ул тик беҙҙең апай».

18 йәшем дә тулмаған, йәшлек сәскә атҡан мәлдә мине яҙмыш Рәмилә апай менән осраштырҙы. Мин белгәндә нисек һәйбәт ине, һаман да шул матур сифаттарын юғалтманы ул. Әхирәтемә, апайыма ғүмерҙең иң оҙонон, сәләмәтлектең ныҡлыһын, Гәрәй ағай менән тормоштоң йәмлеһен теләйем. Ысын дуҫ булғаның өсөн рәхмәт! Изге эштәрең өсөн Хоҙай үҙе ҙурлаһын һине!
Читайте нас: