Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
19 Октября 2018, 11:29

РОЗА АПАЙҘАРЫНАН УҢДЫЛАР

Кешенең тормош юлдары аҡҡан һыу кеүек - аға ла аға, тигәндәй, мин яҙмыш ҡушыуы буйынса 1988 йылда үҙемдең тыуған ауылыма эшкә ҡайттым.

Кешенең тормош юлдары аҡҡан һыу кеүек - аға ла аға, тигәндәй, мин яҙмыш ҡушыуы буйынса 1988 йылда үҙемдең тыуған ауылыма эшкә ҡайттым.


Отрада урта мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп Роза Нурфәйез ҡыҙы Ҡолмөхәмәтованы тәғәйенләнеләр. Балалар һәм уҡытыусылар Роза апайҙарынан уңды. Ул 48 йыл хеҙмәтен иң матур һөнәргә - уҡытыусылыҡҡа бағышлап, шуның 30 йылын ошо мәктәптә төрлө милләт балаларын үҙебеҙҙең туған телебеҙгә һөйөү уятып, матур балалар уҡытты.

Бигерәк тә, туған тел уҡытыусыһы белем биреү менән генә сикләнмәй, ә милли рух тәрбиәләй, халҡыбыҙҙы милләт булараҡ һаҡлай, уҡыусыларҙа туған телгә һәм әҙәбиәткә, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә, тарихына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята.

Ҡәҙерле әсәй, уңған хужабикә, һөйөклө әсәй ҙә Роза Нурфәйез ҡыҙы. Тормош иптәше Салауат менән бер ҡыҙ һәм ул үҫтерҙеләр, улар хәҙер икеһе лә башлы-күҙле, юғары белемле. Ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлап сығып, Санкт-Петербург ҡалаһында үҙ һөнәре буйынса эшләй, улы Ырымбур хәрби университетын бөтөп, Екатеринбург ҡалаһында хәрби хеҙмәттә.

Роза Ҡолмөхәмәтованың хеҙмәтен ҙурҙан баһалап, район етәкселеге уны хаҡлы ялға оҙатты. Ул хәҙер ейәндәрен үҫтереүҙә ярҙамлаша. Роза менән беҙ - коллегаларбыҙ, икебеҙ ҙә барлыҡ ғүмеребеҙҙе мөғәллимәлек эшенә арнаныҡ, уға ғаилә именлеге, иҫәнлек-һаулыҡ теләйем.
Читайте нас: