Все новости

НИ СӘСҺӘҢ, ШУНЫ УРАҺЫҢ

3 ноябрҙә Салауат Һөйөндөков мырҙамдың ғүмер байрамы.

3 ноябрҙә Салауат Һөйөндөков мырҙамдың ғүмер байрамы. Минең туғаным ауыл мәктәбен тамамлағас та, колхозда эшләй башланы. Атайыбыҙ Сәйет Мөхәммәтрәхим улы ат ҡараны, мырҙам да уның юлынан китте. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, үҙенә тапшырылған хеҙмәтен еренә еткереп, намыҫ менән башҡарҙы ул. Мырҙамдың аттар өсөн үҙ ҡулдары, үҙ көсө менән яһаған ялан кәртәһенә колхоз рәйесе ситтән килгән ҡунаҡтарҙы, түрәләрҙе ҙур ғорурлыҡ менән алып килә.

Ауыл көтөүен көткән ваҡытында ла тау, йылға буйҙарын сүп-сарҙан таҙарта. Мәктәп баҡсаһын ауып барған тирәктәрҙән дә мырҙам таҙартты. Уға колхоз рәйесе Виктор Николаевич Быстроновский техника менән ярҙам итте. Киленем Сәмәрә Әнүәр ҡыҙы менән улар 7 ул, 4 ҡыҙ үҫтерҙеләр. Сабыр, итәғәтле Сәмәрә атайым менән әнәйебеҙҙең яратҡан килендәре булды. Иҫән саҡтарында уларҙы ҡәҙер-хөрмәттән өҙмәнеләр. Мырҙамдың балалары ла ата-әсәйҙәре кеүек ярҙамсыл, изгелеклеләр. Атайҙарын гел генә ихтирам итеп торалар, ғаиләлә атай һүҙен йыҡмайҙар. Ни сәсһәң, шуны ураһың, ти бит халыҡ. Балаларын эшкә, ололарҙы хөрмәт итергә, туғандарын ҡәҙерләргә өйрәтеп үҫтерҙеләр һәм бөгөн 8 ейән-ейәнсәрҙәре өсөн улар яратҡан олатай- ҡартатай, өләсәй-ҡәрсәй, ә улдары, ҡыҙҙары, кейәү-килендәре өсөн ныҡлы терәк, аҡыллы кәңәшсе, яратҡан атай-әсәй. Туғанымды 60 йәше менән ихлас тәбрикләйбеҙ һәм бәхетле ҡартлыҡ, һаулыҡ, хаҡлы ялға сығып, балаларына таяныс булып, киленебеҙ менән бәхетле, татыу ғүмер итеүҙәрен теләйбеҙ. Йортоғоҙҙа шат балалар тауышы тынмаһын!
Читайте нас: