Все новости

ТОРМОШТО БИҘӘП ЙӘШӘЙ

Ҡатын-ҡыҙҙың күңел донъяһы, бер-береңә ышанып уртаҡлашыр серҙәр, үҙ-ара ғына белгән ҡыҙыҡлы хәлдәр дуҫлаштырҙы беҙҙе.

Ҡатын-ҡыҙҙың күңел донъяһы, бер-береңә ышанып уртаҡлашыр серҙәр, үҙ-ара ғына белгән ҡыҙыҡлы хәлдәр дуҫлаштырҙы беҙҙе.


Йәш айырмаһы булыуға ҡарамаҫтан, бер-беребеҙгә ышаныу, хөрмәт тойғоһо яҡынайтты беҙҙе. Яуаплы мәлдәрҙә, сетерекле хәлдәр килеп сыҡҡанда, бер-беребеҙгә терәк, таяныс булырға тырышабыҙ. Ә былай бер коллективта өс тиҫтә йылға яҡын бергә эшләйбеҙ. Һүҙем коллегабыҙ, Абдул урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы, психолог Лена Наил ҡыҙы Хөсәйенова тураһында.

Илкәнәй ауылында тыуып үҫеп, Күмертау педагогия училищеһын тамамлағас, Абдул ауылында хеҙмәт юлын башлай ул. Яҙмыш үтер ғүмер юлдарын да ошо ауылға бәйләп ҡуйған икән. Данир Роберт улы менән ғаилә ҡороп, матур балалар үҫтерҙеләр. Уларҙың һәр береһенә юғары белем алырға, ҙур тормош юлына сығырға ярҙам иттеләр. Улдары Раил менән Нияз үҙ ғаиләләрен ҡорһалар ҙа, ҡыҙҙары Илнара медицина институтында белем алыуын дауам итә әле.

Эйе, барыбыҙ ҙа яңы ғына сит тарафтарҙан килеп, гөрләтеп эш башлап йөрөгән инек. Ленаны мин һәр саҡ үҙ эшенә яуаплы ҡараған, идеяларға бай, уҡыусыларҙың ғына түгел, ата-әсәләрҙең дә күңел донъяһын аңлай белгән, аңларға тырышҡан уҡытыусы булараҡ беләм. Һәр эште еренә еткереп башҡарыу уның холҡонда төп сифат. Был яҡтан директор Данир Роберт улына ул өйҙә генә түгел, мәктәп тормошонда ла алыштырғыһыҙ ярҙамсы.Ҡыҙыҡлы кисәләр, фәһемле осрашыуҙар, онотолмаҫ тәьҫораттарға бай экскурсиялар күп ваҡыт уның инициативаһы менән ойошторола. Балаларҙың күңелендә матурлыҡты күрә, изгелекте баһалай белергә өйрәтеүҙең киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә төп маҡсат икәнлеген яҡшы аңлай Лена Наил ҡыҙы. Башҡалабыҙ Өфө, Ҡазан ҡалаларына, Нөгөш һыуһаҡлағысына, Мораҙым тарлауығына, аквапарктарға сәйәхәттәр күп балаларҙың хыялдарын тормошҡа ашырғандыр. Ошо көндәрҙә уның тырышлығы арҡаһында уҡытыусылар, ата-әсәләр менән Х. Мөҙәрисованың «Бәхет хаҡы» спектакленә Өфө ҡалаһына барып ҡайтыу ҙа күңелдәрҙә онотолмаҫ хәтирә булып ҡалды. Театрға оло йәштәге әсәһен, ҡәйнәһен дә йөрөтөп алып ҡайтып, күптәргә өлгө күрһәтте ул.

Сабырлыҡ, аҡыл, тәртип - өләсәһенең тәрбиә емешелер, тип уйлайым. Ә йылдар ошо матур сифаттар янына тағын да күркәмерәктәрен өҫтәй бара. Ошо көндәрҙә хөрмәтле коллегабыҙ үҙенең ғүмер байрамын билдәләй. Алда тағын да мауыҡтырғыс йылдар, юлдар көтһөн. Шул ғүмерҙе һаулыҡта, именлектә яҡындарыңдың ҡәҙерлеһе булып үтергә яҙһын һиңә, Лена.
Читайте нас: