Все новости

ҠАНСЫРА НИҢӘ МАТУР?

Мин Ҡансыра ауылы һәм уның кешеләре тураһында яҙырға булдым. Ул һуңғы 4-5 йыл эсендә бик матур ауылға әйләнеп килә.

Мин Ҡансыра ауылы һәм уның кешеләре тураһында яҙырға булдым. Ул һуңғы 4-5 йыл эсендә бик матур ауылға әйләнеп килә.


Үҙәк һәм Ҡансыра урамында ғына 10-лап яңы йорт төҙөлдө. Йәштәр урамы - бөтөнләй яңы урам. Уларҙың ҡапҡалары семәрләп, матур итеп биҙәп эшләнгән. Беҙҙең ауылдың кейәүҙәре бик тә уңған, бик тә егәрле. Фәнил Кәримов, Леонид Федоров кейәүҙәребеҙ Хөкүмәт эшенән бушаған ваҡыттарында бер ҙә тик ятмайҙар: бик матур итеп семәрләп ҡапҡалар эшләйҙәр. Самат Сәйфуллин, Рәфис Бузлаков кейәүҙәребеҙ үҙҙәренең тракторы менән халыҡҡа ер һөрәләр, бесән сабып, ташыйҙар.

Ауылда 1 фермер бар: Ришат Бүкәнбаев. Ул да күпләп мал тота, иген үҫтерә, кемгә кәрәк, шуға ярҙам итеп тора. Шундай егәрле ир-аттарыбыҙ булғанда, беҙҙең Ҡансыра ауылы киләсәктә тағын да нығыраҡ матурланыр, ҙурайыр, тип ышанабыҙ. Уларҙың барыһына ла: «Рәхмәт, егеттәр! Барығыҙ ҙа афарин!» - тип әйтергә генә ҡала.
Читайте нас: