Все новости

ХАЛҠЫМ, ТИП ЙӘШӘЙ УҘАМАН

Ошо көндәрҙә ғүмерен тыуған еренә, тыуған халҡына арнаған һоҡланғыс шәхес, иң итәғәтле, белемле кешеләрҙең береһе Рәис Әбдрәхим уы Ишмөхәмәтов 75 йәшлек юбилейын билдәләй. Ул үҙенең тыуған төйәгендә ауыл хужалығы, мәғариф өлкәһендә, йәмәғәт эштәрендә ҡабатланмаҫ эш һәм эҙ ҡалдырҙы.

Ошо көндәрҙә ғүмерен тыуған еренә, тыуған халҡына арнаған һоҡланғыс шәхес, иң итәғәтле, белемле кешеләрҙең береһе Рәис Әбдрәхим уы Ишмөхәмәтов 75 йәшлек юбилейын билдәләй. Ул үҙенең тыуған төйәгендә ауыл хужалығы, мәғариф өлкәһендә, йәмәғәт эштәрендә ҡабатланмаҫ эш һәм эҙ ҡалдырҙы.


Рәис 1944 йылда районыбыҙҙың Аҡһары ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ауылда башланғыс мәктәпте тамамлай. Артабан уҡыуын күршеләге Разномой ауылында дауам итә. Мәктәптә уҡытыу рус телендә булһа ла, бик тырышып уҡый. Ике йыл уҡығандан һуң иптәше Фанияз Күсәрбаев саҡырыуы буйынса Мораптал урта мәктәбенә уҡырға килә. Ул ваҡытта был уҡыу йортоноң директоры булып районда һәм республикала билдәле шәхес Рафиҡ Шәрәфетдин улы Сыртланов эшләй. Химияны Альмира Талха ҡыҙы Ҡужаҡова, математиканы үҙ дәресен яратып уҡытҡан Мөбинә Ғәйнетдин ҡыҙы Исламғолова, рус телен Хәтмулла Лотфулла улы Камалов, башҡорт телен Рәйфә Шафиҡ ҡыҙы Ильясова уҡыта, һуңғыһы класс етәксеһе лә була. Ошо оло шәхестәр уҡыусы баланың алдағы тормошона, үҫешенә нигеҙ һала.

Ул ваҡыттарҙа балаларҙы хеҙмәт менән тәрбиәләүгә ҙур әһәмиәт бирелә ине. Йыл һайын йәйге каникулдарҙа ололар менән бер рәттән колхоз баҫыуҙарында ер һөрҙөләр, сәстеләр, уңыш йыйҙылар, бесән әҙерләнеләр. Ул дуҫы Фанияз Күсәрбаев менән РСМ-8 комбайнында копнетельщик булып эшләне. Комбайнда атаҡлы Сәлим Хафиз улы Сәлихов ине (аҙаҡ ул илебеҙҙең иң юғары наградаһы - Ленин орденына лайыҡ булды). Ә тракторсы булып бик ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән Йәдкәр Мостафа улы Мөхәмәтшин эшләй ине. Был уңған ауылдаштары йәш үҫмерҙәрҙе һүҙҙәре менән, эштәре менән хеҙмәт һөйөргә, игенсенең бик ауыр һәм яуаплы эшенең мәғәнәһенә төшөнөргә ярҙам итте. Иптәше Фанияз менән бистаркала комбайндан иген ташырға ла тура килде.

1962 йылда Рәис Әбдрәхим улы аттестатында бер «4»-ле билдәһе менән генә, ҡалған предметтарҙы «5»-кә тамамлап сыға.

Табип булыу теләге менән документтарын мединститутҡа тапшыра, ләкин сәләмәтлеге буйынса комиссия үтә алмай. БДУ-ның физика-математика факультетына имтихандар тапшыра, конкурстан үтмәй, һәм уны «вольнослушатель» итеп алалар. Стипендия ла, дөйөм ятаҡ та булмау сәбәпле, ҡайтып китә. Ауылға ҡайтып тормай Роноға керә. Роно мөдире уның аттестатын күргәс тә Зәк-Ишмәт ауылының 8 йыллыҡ мәктәбенә уҡытыусы итеп эшкә ебәрә. Рәис балаларҙы физика, математика дәрестәренән бер йыл уҡыта.

1963 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының механизациялау факультетына уҡырға инә. Икенсе курста уҡығанында армия сафына алалар. Унда яҡташы Радик Фәхри улы Абдуллин менән бергә китә. Өс йыл буйы Ватанды һаҡлайҙар.

1971 йылда институтты тамамлап, тыуған колхозында инженер-механик булып эшләй башлай. Был ике йыл эсендә үҙ ауылында бригадир ҙа булып эшләп ала.

1973 йылда уны «Дружба» колхозының баш инженеры итеп тәғәйенләйҙәр. Хужалыҡ бик ҙур ине. Механизаторҙарҙың, шоферҙарҙың эш шарттары ауыр ине, бөтөн булған техника асыҡ урында тотола, механизаторҙар йыш ауырый. Һыу ташҡан ваҡытта Савельевканан Ҡунаҡбай яғына, Яманғол яғына Ермолаево аша йөрөйҙәр, сөнки йылға аша күперҙәр юҡ. Баш инженерға ең һыҙғанып эшкә тотонорға тура килде. Уның фиҙаҡәрлеге менән гараж, машиналар ремонтлау оҫтаханаһы төҙөлдө, унда яңы станоктар, ҡорамалдар алынды, яңы ҡаҙанлыҡтар, һыу башняһы ҡуйылды. Рәис Әбдрәхим улының булышлығы менән өс күпер, ул күперҙәргә юлдар һалынды. Тракторҙарҙы ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү өсөн яңы агрегат эшләне. Иҫке Отрада һәм Аҡһары ауылдарында өйҙәргә һыу үткәрелде. Фермаларға һәм халыҡҡа һыу башнялары ҡуйылды.

1983 йылда үҙ теләге менән Отрада урта мәктәбенә хеҙмәт дәресен һәм буласаҡ механизаторҙарға машина өйрәнеү дәрестәрен уҡыта башланы. Хәҙерге ваҡыттағы механизаторҙарҙың 99%-ы тыуған мәктәбендә механизатор таныҡлығы алған, бында хеҙмәт уҡытыусыһы Рәис Әбдрәхим улының өлөшө тос. Ул ауыл халҡына ваҡытында бик ҙур ярҙам ине, сөнки бөтә кешенең дә Маяҡ ауылына барып уҡыу мөмкинлеге булманы. Мәктәптә эшләгән йылдарында ул Стәрлетамаҡ пединститутының индустриаль педагогика факультетын тамамланы.

Рәис Әбдрәхим улы - Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, БР-ҙың бик күп Почет грамоталары менән бүләкләнде. Ул бер тиҫтә йыл район гәзиттәрендә мәҡәләләр яҙҙы. Уларҙа ябай эшсән халыҡ, ауылдаштары, класташтары, дуҫтары һәм фронтовиктар хаҡында бәйән итте. Район тормошоноң көнүҙәк мәсьәләләре хаҡында ла яҙып тора. Уның тағы ла бер һәйбәт кешелек сифаты тураһында яҙмай булмай. Улар тормош иптәше Зәйтүнә менән бөтөнләй туғанлығы ла булмаған һуҡыр көйөнә ҡарауһыҙ ҡалған инәйҙе 14 йыл буйына һуңғы көнөнә тиклем тәрбиәләне. Рәис Әбдрәхим улынан бик мәртәбәле уҡытыусы ла, яҡшы табип та сығыр ине. Ләкин ни эшләйһең бит, яҙмыштан уҙмыш юҡ, ти боронғолар.

Зәйтүнә Әбүбәкир ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Бөтә балалары үҙҙәре һымаҡ аҡыллы, итәғәтле, кешегә ихтирамлы булып үҫте. Улы ғаиләһе менән Чебоксарҙа йәшәй, хәрби заводта эшләй. Ҡыҙы Розалия мединститутты тамамлап, Сургут ҡалаһында эшләп йөрөй. Бәләкәй ҡыҙҙары Юлиә атаһы юлын һайланы: Стәрлетамаҡ пединститутын тамамлап, Өфөлә йәшәп, эшләп йөрөй.

Бөгөн дә Рәис уҙаман эшһеҙ ултырмай. Ауыл халҡы алдында ҙур абруйлы, ышаныслы, кешеләр өсөн ҙур яуаплылыҡ тойғоһо булған кешене ауылдаштары ауыл старостаһы итеп һайланы. Бөгөн дә ул ауыл халҡына ауыр ваҡыттарында ярҙам итә, уларҙың һорау-үтенестәрен үтәргә тырыша. Ҡыҫҡаһы, ул бөгөн дә халҡы өсөн янып йәшәй.
Читайте нас: