Все новости

РӘХМӘТ КӨНӨ - МАТУР КӨН

Хәҙер календарҙа ниндәй генә байрамдар, ниндәй генә көндәр юҡ. Рәхмәт көнө лә бар икән. Матур көн ул.

Хәҙер календарҙа ниндәй генә байрамдар, ниндәй генә көндәр юҡ. Рәхмәт көнө лә бар икән. Матур көн ул. Ысынлап та, был яҡты донъяға беҙҙе тыуҙырған, тәрбиәләп үҫтергән атай-әсәйебеҙгә рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Был рәхмәт йылдар үтә килә тәрәнерәк, сикһеҙерәк була бара. Шулай уҡ ҡулдарыңа ҡәләм тоторға, донъяны таный белергә өйрәткән уҡытыусыларыңа ла күңелдә һәр саҡ рәхмәт тойғоһо йәшәй. Арыу ғына ғүмер юлы үткәс, тормош иптәшеңә, балаларыңа ла рәхмәтле мәлдәрең етерлек. Әммә тормошта төрлө хәлдәр була. Бер көн, бер мәл генә булып алған ауыр хәлдә, ҡыйын саҡтарҙа ярҙам ҡулы һуҙған кешеләр һинең күңелеңдә һис ҡасан да онотолмай, хөрмәт тойғоһо юйылмаҫлыҡ булып хәтереңә теркәлә. Бына шундайҙарҙан бер нисә иҫтәлек.


Беҙҙең студент саҡтар 1980-1985-се йылдарға тура килде. Ул саҡта тыуған яҡҡа, Бөрйәнгә, ҡайтып килеүҙәр ҙур бер һынау ине. Каникулдарҙы иҫәпләмәгәндә, яҙ, көҙ байрамдарҙа, демонстрацияға ҡалмайынса, ҡайта алыу - оло бәхет. Шулай Октябрь байрамына (ноябрь айы ине) ҡайтып киләбеҙ. Белоретҡа поезд менән килеп еткәс, артабан Бөрйәнгә автобусҡа ултырыр кәрәк. Бер генә автобус иртәнсәк кенә була. Халыҡ диңгеҙ кеүек күмәк. Беҙ, беренсе курс студенттары, ҡыйыуһыҙыраҡ булғанбыҙҙыр инде, автобусҡа эләгә алманыҡ. Ҡала ситенә, Бөрйән яғына юл сатына, сығып баҫтыҡ. Ҡар яуған. Ә беҙ көҙгө кейемдә. Иртәнсәктән төшкә тиклем торҙоҡ. Бер таныш осраны, тик машинаһында урыны булмай сыҡты. Төштән һуң бер йөк машинаһы беҙҙе, өс-дүрт ҡыҙҙы, йәлләп кузовҡа тейәп алды. Һыуыҡ. Өшөнөк, ҡаттыҡ. Кабиналағылар йәлләп киткәндер инде, шунда тейәлгән быймаларҙы кейеп, фуфайкаларҙы ҡатлап ябынып ултырырға рөхсәт иттеләр. Киске сәғәт 8-ҙәргә Байназарға килеп еттек. Машина шул ауылдыҡы, артабан бармай. Яңынан аяҡҡа итектәрҙе кейеп булмай. Итектәр ҙә, аяҡ та өшөгән, ҡатҡан. Оло еңгәмдең апаһы ҡоҙасам йәшәй был ауылда. Ул минән олораҡ булғанға, күреп белһәм дә, аралашҡаным юҡ ине. Иптәш ҡыҙ менән киттек шунда. Тыҡырлап туңып барып индек. Ҡоҙасаның иҫе китте. Ул беҙҙе тиҙ генә сисендереп эҫе сәй бирҙе, ашарға ултыртты. Ә өйҙәрендә шул тиклем йылы, рәхәт. Мейестә яңы ғына икмәк бешкән. Беҙҙең аяҡ кейемдәрен киптерергә ҡуйып, үҙебеҙҙе йылы итеп төрөндөрөп, шул мейес янына йоҡларға һалды. Иртәнсәк беҙҙең ауылға барыусы машинаны белешеп, шунда алып барып, ултыртып ебәрҙе.

Уҡыу йылдарында был ҡоҙасамдың ошондай изгелектәрен күп күрергә тура килде. Мин уға шул тиклем рәхмәтлемен, миңә, башҡа кешеләргә күрһәткән изгелеге йөҙләтә артып үҙенә ҡайтһын, тип теләйем.

Икенсе осраҡ кейәүгә сығып, Көйөргәҙелә арыу уҡ ғүмер кисергәс булды. Февраль айында Бөрйәндән Мораҡ аша ҡайтып киләбеҙ. Күмертауға килеп еткәс, буран башланды. Маяҡ ҡасабаһы боролошонда юлға ҡар һалғайны инде. Беҙҙе бер бейек кенә иномарка үтеп китте. Үтеп китте лә Санйын яғына тауҙан төшөп туҡтап ҡалды. Көн кискә ауышҡайны. Йүнләп күреп булмай. Ни булһа, шул булыр тип, арттарынан ынтылдыҡ. Барып етһәк, былар беҙҙе көтөп ултыралар. «Һеҙ үтерлек түгел, әйҙә беҙгә тағабыҙ машинағыҙҙы», - тиҙәр. Шулай юл буйы беҙҙе батҡан ерҙә тарттырып сығарып, имен-аман ҡайтып еттек. Был изге йән - районыбыҙҙа билдәле кеше Фәнир Саҙретдин улы Малбаев ине. Бер иптәше менән Яҡупҡа китеп баралар икән. Ғүмер буйына онотолмаҫ изгелек. Фәнир Саҙретдин улына ла кешеләрҙән ишеткән рәхмәт һәр саҡ ярҙам итһен шулай.

Институт тамамлап, Абдулда өсөнсө йыл ғына эшләп йөрөгән саҡ. Уҡытыусыларҙың район семинарында башҡорт теленән миңә лә асыҡ дәрес күрһәтергә ҡуштылар. Шәйехзада Бабичтың тормошо һәм ижадына арналған ине ул. Файҙалы кәңәштәр ҙә, маҡтауҙар ҙа булды. Юлға сығыр алдынан Шәбағыш мәктәбенең ул ваҡыттағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмзиә Ғариф ҡыҙы Раимова миңә: «Һинән көслө уҡытыусы сығасаҡ, ҡурҡма. Быйыл үткәреләсәк «Йыл уҡытыусыһы»конкурсында ҡатнаш», - тип ҙур ышаныс белдереп, күңелемә ҡанат ҡуйып ҡайтып китте. Конкурс ваҡытында бөтөнләй таныш булмаған Мораптал мәктәбе коллективы, бигерәк тә китапхансы Маһизәр апай (фамилияһын онотҡанмын) ихлас күңелдән минең өсөн борсолоп, һәр яҡлап ярҙам итеп йүгереп йөрөгәйне. Аҙаҡ бындай ярыштар, асыҡ дәрестәр етерлек булды. Ә бына ошо тәүгеләре онотолмай.

Ошондай изгелекле кешеләр тормошобоҙҙо биҙәй ҙә инде. Ундайҙар арабыҙҙа аҙ түгел. Рәхмәт һеҙгә! Барығыҙға ла. Айырмайынса.
Читайте нас: