Все новости

ҘУР ТЕЛӘК МЕНӘН ЙӨРӨЙҘӘР

Күңел түрендә һаҡланған һүҙҙәремде ҡағыҙ биттәренә төшөрөп, һеҙҙең менән дә бүлешкем килә. Һүҙем М. Исҡужин исемендәге 13-сө һанлы башланғыс мәктәбенең 4 А класы хаҡында булыр.

Күңел түрендә һаҡланған һүҙҙәремде ҡағыҙ биттәренә төшөрөп, һеҙҙең менән дә бүлешкем килә. Һүҙем М. Исҡужин исемендәге 13-сө һанлы башланғыс мәктәбенең 4 А класы хаҡында булыр.

Беҙҙең балалар көн дә мәктәпкә шундай ҙур теләк менән йөрөйҙәр. Уларҙың белем усағына барғыһы ғына килеп тора. Хатта, ял көндәрендә, ҡасан дүшәмбе етә инде, тип көтөп алалар. Класыбыҙ уҡыусылары үҙҙәренең берҙәмлеге, татыулығы менән һоҡландыра. Ошо уҡыу йылдары дәүерендә улар төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, спорт сараларында ҡатнашып, призлы урындар яуланылар. Быйылғы йылда уҡыусылар беҙҙе бигерәк тә ҡыуандырҙы. Үҙ алдарына әҙерләнеп, ата-әсәләрҙән торған жюри ағзаларына үҙ маһирлыҡтарын, отҡорлоҡтарын, ҡул эштәренә һәм аш-һыу әҙерләүгә оҫталыҡтарын, музыкаль һәләттәрен, ойоштороу таланттарын күрһәтеп, командаларға бүленеп «Көҙ байрамы» үткәрҙеләр. Быларҙың барыһы — класс етәксеһе Люциә Рамаҙан ҡыҙы Сөләймәнованың тырыш хеҙмәт емеше.

Класыбыҙ ата-әсәләре лә һәр сарала әүҙем ҡатнаша. Балалар менән тәбиғәт ҡосағына экскурсияға сыҡҡанда ла, мәктәп алды баҡсаһына сәскәләр ултыртҡан саҡта ла ярҙамға килә улар. «Берҙәмлектә — көс», - тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул.

Мәктәптә Яңы йыл байрамын ойоштороуҙа ла беҙҙең класс уҡыусылары башлап йөрөүсе булды. Үҙҙәре Ҡыш бабай, Ҡарһылыу булып, башҡорт телендә «Йомро икмәк» әкиәтенең заманса вариантын сәхнәләштереп, түбән класс уҡыусылары, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр алдында яҡшы сығыш яһаны. Үҙҙәренең ролдәрен шундай ихлас, ысын күңелдән башҡарыуын ҡарап ултырыу, үҙе бер әйтеп аңлата алмаҫлыҡ тойғолар уятты. Ошондай йәмле тамаша әҙерләгәне өсөн уҡытыусылары Зифа Фәрит ҡыҙы Татлыбаеваға оло рәхмәт белдерәбеҙ. Зифа Фәрит ҡыҙы балаларҙы төрлө ҡул эштәренә лә өйрәтә. Ул үткәргән түңәрәккә балалар бик теләп йөрөй.

Шулай уҡ беҙҙең класс уҡыусылары дәртләнешеп бейеү түңәрәгенә йөрөй. Түҙемһеҙләнеп көтөп алған был көндө ҡыҙҙарҙың һәм малайҙарҙың күҙҙәренән осҡон сәсрәп, йөҙҙәренән нур бөркөп тора. Бейеү серҙәренә уларҙы Ләйсән Нәсих ҡыҙы Төхвәтуллина өйрәтә. Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа балаларыбыҙ үҙләштергән бейеү-күстәнәсте түҙемһеҙләнеп көтөп ҡалабыҙ.

4 А класы ата-әсәләре исеменән
Читайте нас: