Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
1 Февраля 2019, 10:58

АЛ-ЯЛ БЕЛМӘЙ ЭШЛӘНЕ

Олоғая төшкәс, көндәлек тормош онотолоп тора, үткән ғүмереңде уйлап, һағынып иҫкә алаһың.

Олоғая төшкәс, көндәлек тормош онотолоп тора, үткән ғүмереңде уйлап, һағынып иҫкә алаһың. Клара Аҙнабаева апай менән тәү тапҡыр Яҡшымбәт фельдшер-акушер пунктында осраштым. Ул ваҡытта Клара апай ун йыл родхатала акушерка булып эшләй ине. Ул - урта буйлы, аҡ йөҙлө Учалы районы ҡыҙы. Вәли абзый менән өс балаға ғүмер биреп, оло юлға баҫтырҙылар. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да ал-ял белмәй эшендә тоғро ҡалып эшләне. Өлкән ҡыҙы Ғәлиә кейәүе менән дүрт бала, улы Раят килене менән өс бала үҫтерҙеләр, тырышып донъя көтәләр. Ә Клара апай ошо көндә кесе ҡыҙы Вәсиләлә Өфө ҡалаһында йәшәй, һаман да балаларға ярҙам итә: ейәнен мәктәпкә оҙата, ҡаршы ала.

Бөгөн, 1 февралдә, Клара апайға 80 йәш тула. Беҙ, коллегаларың, һине ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Һиңә алдағы көндәреңдә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ғүмер теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас: