Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
1 Февраля 2019, 11:15

ҺЕҘГӘ ЙЫРЛАР ИНЕМ

«Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап, Ҡараның күҙҙәремә. Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалдың, Бәләкәс йөрәгемә»

«Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап,

Ҡараның күҙҙәремә.

Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалдың,

Бәләкәс йөрәгемә»,

- тип йырларға яратабыҙ. Уҡытыусыларыбыҙға ҡарата ысын күңелдән сыҡҡан матур хистәр күптән инде һәр кемдең йөрәгендә ошо йыр булып һеңеп ҡалған. Уны һәр кем үҙенсә кисерәлер, моғайын. Ә мин был йырҙың мәғәнәһен үҙем үтә күреп, ситтән күҙәтеп, йәғни, йыраҡтан яҡшыраҡ күренә тигәндәй, тойоп, уны ысын йөрәктән 3-сө БРГИ етәкселәренә, уҡытыусыларына ҡарата йырлар инем.

Иң беренсе Сәлимә ҡыҙымды гимназияға уҡырға урынлаштырырға ярҙам иткән, һәр саҡ терәк булған Рәмилә Ишкининаға рәхмәтемде еткерәм. Тәрбиәсеһе Нәсимә Фәйзи ҡыҙы ла ярҙамынан ҡалдырманы: серҙәш, яҡын дуҫ булды. Һәр баланы үҙенеке кеүек күреп ҡараған, уларҙың хәлдәрен яҡшы аңлаған, нескә күңелле кеше ул. Шулай уҡ ҙур ярҙам күрһәткән, аңлап торған Лилиә Хәмит ҡыҙына ла ҙур рәхмәт.

Ә инде класс етәксеһе, химия уҡытыусыһы Рәсилә Әлимғол ҡыҙы үҙенең ихласлығы, егәрлелеге менән балаларҙың йөрәген яуланы. Ниндәй генә ҡайғы, шатлыҡ булмаһын, ул класс менән бергә ҡайғырҙы, шатланды. Бар иғтибарын, ваҡытын йәлләмәй, ауыр химия предметын мауыҡтырғыс, еңел итеп анлатып, үҙ предметына һөйөү уятып, ҡыҙыма киләсәккә ынтылыш бирҙе. Хәҙер инде Сәлимә Мәскәү вуздарының береһендә химия йүнәлешендә уҡып йөрөй.

Ҡыҙымды гимназия тормошонда әүҙем ҡатнашырға өндәүсе, дәртләндереүсе «Аҡсарлаҡ» бейеү ансамбле етәксеһе Рәмилә Сәлимгәрәй ҡыҙына, вокал етәксеһе Йәүҙәт Әвғәнур улы Усмановҡа, волейбол етәксеһе Альберт Абдулла улына рәхмәттәремде еткерәм.

Ошондай матур башҡорт гимназияһын етәкләп алып барыусы, ситтән килгән балаларға икенсе ғаилә, терәк булған, рәхәтләнеп уҡыу өсөн бөтә шарттарҙы урынына-еренә еткереп теүәл үтәүсе гимназия директоры Фәһим Фәрғәт улы Боҫҡановҡа, уның уң ҡулы, уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Флүзә Шәкүр ҡыҙына оло рәхмәттәремде әйтеп, эштәрендә, ғаиләләрендә уңыштар теләйем. Шундай ук теләктәр, рәхмәттәрҙе тәмле аштар менан һыйлаған ашнаҡсыларға, вахтала тәртип булдырыусы апайҙарға, шәфҡәт туташы Ғәлиә һылыуға, гимназияла балаларҙың тормошонда ҙур роль уйнаған барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә, тәрбиәселәргә, психолог Дания Ирғәли ҡыҙына, уҡытыусылар: Флүзә Рәжәп ҡыҙына, Рәсимә Наил ҡыҙына, Ирина Зәкәрйән ҡыҙына, Нәфис Әүхәҙи улына, Минихәйер Миңлемырҙа улына, Ильвира Илгиз ҡыҙына, Динә Дауыт ҡыҙына, Гөлназ Минияз ҡыҙына, Рим Риф улына әйтәм. Уларҙың һәр береһенә Аллаһы Тәғәлә һаулыҡ, бәхет бирһен, бар теләктәрен ҡабул итеп ҡыуандырһын.
Читайте нас: