Бөтә яңылыҡтар
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
1 Февраль 2019, 11:45

МИНЕҢ КҮРШЕМ

Минең күршем Гөлйыһан Абдулла ҡыҙы Кусанова 17 йәшендә Абдул ауылына килен булып төштө.

Минең күршем Гөлйыһан Абдулла ҡыҙы Кусанова 17 йәшендә Абдул ауылына килен булып төштө. Бик кешелекле, эш һөйөүсән, туғандарына ярҙам итергә әҙер генә тора. Тормош иптәше Фәрүәз менән биш балаға ғүмер биреп, уларҙы аяҡҡа баҫтырып кеше иттеләр. Балалары бынамын тигән итеп донъя көтә, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәләр: улы Ришат Абдулда, Яҡупта, ҡыҙы Светлана Шәбағышта шәхси магазиндар тоталар. Балалары ата-әсәһенә оҡшап егәрле, уңған булып үҫтеләр, донъялары ялтлап тора. Гөлйыһан күршем ҡайны менән ҡәйнәһен уларҙың ғүмерҙәренең аҙағына тиклем тәрбиәләп ҡараны, улар бик татыу йәшәнеләр. Өйҙәренән кеше өҙөлмәне, туғандары, уларҙың балалары гел ошонда ҡайтты. Бер ҡыҙыҡ өсөн һанап ҡарағайным: 25 кеше ине улар, килһәләр, бер көн генә тормайҙар, ҡунаҡтарға ашарға бешереп, ыңғайҙарына тороп, уларға бер насар һүҙ ҙә өндәшмәне. Күршемдең ҡулынан килмәгән эше юҡ. Былтыр, октябрь айында, 70 йәшен үткәрҙе, шул йәшенә ҡарамаҫтан, баҡсаһына керһәң, бер сүп күрмәҫһең, баҡсаһы гөрләп ултыра. Балаларының ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарап үҫтереште, инде хәҙер бүлә-бүләсәрҙәрен үҫтерергә ярҙамлаша, бөтә ергә лә өлгөрә.

Гөлйыһан күршемә иҫәнлек-һаулыҡ теләп ҡалам.
Читайте нас: